Саған. Гүзәл Ситдиҡова

Саған

Саған




Инйәр тауында
Баҙрай сағандар,
Гүйә япраҡтар
Ҡуҙға ҡалғандар.
Ялған бит, ялған
Ялҡының, саған,
Устарың һалҡын
Усыма һалһам.
Һалҡын ялҡын да
Көйҙөрә икән,
Үҙәккәйҙәрҙе
Өҙҙөрә икән.
Сағандар юлға
Ялҡынын түкте,
Һөйөүөбеҙҙе
Ҡар ябып үтте.
Иретмәҫ уны
Ялҡының, саған,
Аҡ ҡар аҫтында
Хисебеҙ ҡалған.


2012