Ҡарап торам: ҡар өҫтәрен
Ҡаплаған йөҙ йәнлек эҙе.
Ошо эҙҙәр семәренән
Биҙәлгән бит ҡарҙың йөҙө
Йәшәү йәмен һалған улар,
Ҡар ҡыуана, гүйә, үҙе...
...Йөҙөмдә эҙ - йыйырсыҡтар.
Ҡарҙай һалҡын түгел йәнем.
Ни ғәжәп һуң, эҙен һалһа
Йөҙөмдә уй-хисем, ғәмем?
Улар бары сағылдыра
Аң кимәлен, йәшәү йәмен.