Серем бар(хикәйә). Фәрит Иҫәнғолов

Серем бар ( хикәйә )
автор Фәрит Иҫәнғолов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Серем бар


 Рамазан әкиәт уҡып ултыра. Ҡаршыһында әсәһе тегеү тегә.
Малайҙың ниҙер әйтергә теле ҡысытып тора төҫлө. Ул китабы аша үрелеп-үрелеп ҡарай.
— Әсәй, ни... мин... минең бер серем бар...
— Ниндәй сер ул, улым?
— Һин бик тиҙ! Әйткәс, сер була тиме ни ул!
— Улайһа ярар, әйтмәй тор!
Теген машинаһы оҙон-оҙон итеп келтерләй. Рамазан да китабына эйелә. Тик уның уйы башҡа нәмәлә, ахыры. Ул эсенән нимәлер кисерә.
— Әсәй... мин... ни, һин буфетҡа тип биргән аҡсаларҙы тотонмайым... Асыуланма, йәме?
— Бәй-бәй... Уларҙы ҡайҙа итәһең? Асығып йөрөйһөңдөр әле... — Был юлы әсәһе малайына шелтәләп ҡараны.
— Ни, әсәй!.. Серем бар, тиҙәр бит инде һиңә!..
Тағы ла бер аҙ тынлыҡ. Рамазан күңеленән ниҙер иҫәпләй.
— Әсәй, иң һәйбәт хушбый ни хаҡ тора?
— Әлләсе. Ниңә кәрәк әле ул һиңә?
— һуң, әсәй, ниңә төпсөнәһең инде! Сер тип әйтеп торам бит!
Рамазан бер бит ҡағыҙ алды. Буяу ҡәләме менән уға ниҙер яҙа башланы. Быш-быш килеп уны уҡып ҡараны. Шунан һыҙып ташлап, тағы яҙҙы. Ул арала әсәһе бер аҙ аш яғында йөрөп инде. Рамазан, уның аяҡ тауышын ишеткәс тә, ҡағыҙын йәшерҙе.
— Әсәй, алдан әйтәм: «Ниңә?» тип һорама, сер... Һин «ҡәҙерле әсәй» тигән һүҙҙе яратаһыңмы, «һөйөклө әсәй» тигәндеме?
— Икеһе лә һәйбәт.
— Тағы ла «тәбрик итәм» һәйбәтерәкме, «ҡотлайым» тигәндә матурыраҡ буламы?
— Үҙеңә ҡайһыһы оҡшай? Миңә ҡалһа, икеһе лә бик матур һүҙҙәр.
Бер аҙҙан Рамазан яҙған яҙыуын өҫтәленең тартмаһына иң төпкә тығып ҡуйҙы. Стена янына барып, календарҙың биттәрен һанарға кереште...
— Бына беренсе март... икенсе... бына... Ун ике көн ҡалған! Ҡайһылай оҙаҡ!.. Их, тиҙерәк етһен ине! — тип Рамазан шым ғына әйтте. Оҙаҡламай малай карауатында йылмая-йылмая йоҡлап китте. Уның ҡымтылған ҡабарынҡы ирене һаман: «Серем бар», — тигән төҫлө ине.
 


1988 йыл