Серле муйынсаҡ (сценарий)

Серле муйынсаҡ (Яңы йыл сценарийы)
автор Лилиә Һаҡмар (Лилиә Ҡәйепова)
Ижад итеү ваҡыты: 2005 йыл. Нәшер ителгән: 2013 йыл. Сығанаҡ: Ҡәйепова, Л. З. Балапан: драмалар, сценарийҙар, поэмалар, хикәйәләр, тәржемәләр/Лилиә Һаҡмар. - Өфө: Китап, 2013. - 304 бит. (268-277-се биттәр) ISBN 978-5-295-05874-5


* * *


Серле муйынсаҡ

(Йондоҙнамә буйынса ЭТ йылын ҡаршылағанда)

Ҡатнашыусылар



Ҡыш бабай

Ҡарһылыу

Ҡояшбай - әтәс

Аҡтүш - тәртипле эт

Мыр-мыр - бесәй

Һорлан - тәрбиәһеҙ эт

Шуҡбикә - төлкө

Беренсе күренеш

Уртала оло түмәр. Арттараҡ бәҫ ҡаплаған ағастар . Ситтәрәк бик матур шыршы. Һорлан ҡушаматлы килбәтһеҙ эт менән Шуҡбикә исемле төлкө килеп инә. Уларҙың ҡулында ҡағыҙ бите.

Һорлан. Яҡшылап уҡыныңмы, Шуҡбикә, ысынлап та йәшел шыршы янында оло түмәр ултырған ялан, тиелгәнме?

Шуҡбикә. Тап шулай тиелгән. (Уҡый) “Йәшел шыршы янындағы оло түмәр янына килергә.Нөктә. Ҡыш бабайҙы һәм Әтәсте көтөргә. Нөктә. Улар һиңә Яңы йылдың серле муйынсағын тапшырасаҡ.Нөктә. Ҡарһылыу.Нөктә.” Һуң бына, ышанмаһаң үҙең ҡара! (Һорланға телеграмманы һуҙа)

Һорлан. (Ҡағыҙҙы баштүбән тотоп) Бик уҡыр инем дә ул, бер хәрефте лә танымайым, һав! Әсәйем хәреф өйрәткәндә гел генә тәҙрәнән турғайҙарға ҡарап ултырғайным.

Шуҡбикә. Т-с-с, наҙан икәнеңде берәйһе ишетеп ҡалмаһын! Телеграмманы Аҡтүштән урлауы еңел булған тиһеңме миңә? Аҡтүш уҡып өлгөргән буғай, хәҙер үҙе килеп тә етер әле. Уны берәй нисек икенсе яҡҡа ебәреүҙе уйлайыҡ.

Һорлан. Эйе, эйе, һав-һав! Шәп иттек. Яңы йыл муйынсағын Ҡыш бабайҙан алып ҡалырға кәрәк. Телеграмманы йәшер! Кемдер килә. (Еҫкәнеп) Һав! (Түмәр артына йәшенәләр)

Икенсе күренеш

Сәхнәгә бик ашығып Аҡтүш менән Мыр-мыр килеп инә. Икеһе лә борсоулы.

Аҡтүш. Телеграмманы оя ситенә һөйәк менән баҫтырып һалып ҡуйғайным. Ояма инеп күҙлегемде алып ҡына сыҡҡансы юҡ булды.

Мыр-мыр. Йә ярар инде, Аҡтүш, бөтөрөнмә. Иртәгә үҙем табып килтерермен.

Аҡтүш. Иртәгә һуң була бит! Ярай телеграмманы бер тапҡыр булһа ла уҡып өлгөргәйнем. Бөгөн сәғәт икегә оло түмәрле ялан… (Түмәрҙе күреп ҡала. Ҡыуанып) Ана, таптыҡ, Мыр-Мыр, таптыҡ оло түмәрҙе!

Мыр-Мыр. Шунан, шунан…

Аҡтүш. (Түмәргә ултырып). Бөгөн бына ошонда Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу, йәнә Әтәс килеп миңә Яңы Йыл муйынсағын тапшырырға тейеш.

Мыр-Мыр. Ә-ә-ә, иҫләнем, иҫләнем. Бөтә тирә-яҡтан хайуандарҙы йыйып Яңы Йылды кемгә бирергә тигән конкурста һин еңеүсе булғайның бит, шуғамы?

Аҡтүш. ( Ниҙер хәтерләргә тырыша). Теге телеграммала тағы ла ниҙер яҙылғайны, буғай? Онотҡанмын.

Мыр-Мыр. Беләһеңме, ошо түмәрҙе өс тапҡыр урап сыҡһаң, иҫеңә төшәсәк!

Аҡтүш. Кем әйтте?

Мыр-Мыр. Әсәйем әйтә торғайны. Мин үҙем дә шулай итәмсе?

Аҡтүш Түмәрҙе әйләнәйем тиһә, теге икәүҙе күреп ҡала.

Аҡтүш. Һау-һау! Мыр-Мыр, кил әле бында. Һеҙ кемдәр?

Шуҡбикә. Беҙме? Беҙ… әле генә Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың тәмле күстәнәстәрен ашап килдек тә, ял итәбеҙ.

Аҡтүш. Ҡайҙа, һау-һау! Улар ҡайҙа?

Һорлан. Улар ниндәйҙер Аҡтүш тигән этте көтөп ултыралар ине.

Мыр – Мыр. Алыҫтамы?

Шуҡбикә. Алыҫта. Ана-а-ау яҡтағы тау буйындағы бәләкәй яланда.

Аҡтүш.Ә ул аҡланда оло түмәр бар инеме?

Һорлан. Бар, бар! Һау-һау!

Мыр-Мыр. Әйҙә киттек!

Аҡтүш. Әйҙә, өлгөрөргә кәрәк! (Ашығып сығып китәләр)

Өсөнсө күренеш

Шуҡбикә. Шәп иттек, эйеме? Әйҙә, инде матурланып ҡына ошо түмәргә менеп ултыр!(Кеҫәһенән тараҡ, көҙгө ала)

Һорлан ултыра. Төлкө уға көҙгө тоттора ла үҙе йырлай-йырлай Һорландың йөнөн тарай.

Шуҡбикә.

Муйынсаҡты иң матурға,

Иң батырға бирәләр,

Ҡыш Бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа

Беҙгә бөгөн киләләр!

Ух, муйынсаҡты һиңә бирһәләрме, белер инем нимә эшләргә?! Иң тәүҙә Аҡтүш менән Мыр-мырҙы дошманлаштырыр инем. Шунан…

Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу күренә. Арттарынан Ҡояшбай килә.

Ҡыш Бабай. (Оло түмәр өҫтөндәге этте күреп) Һо-о-о, Аҡтүш, ҡайһылай өлгөрһөң! Юҡҡа ғына беҙҙең ярыштарҙа еңеп сыҡмағанһың икән!

Шуҡбикә. Һаумыһығыҙ, Ҡыш Бабай! Беҙ һеҙҙе әллә ҡасандан бирле көтәбеҙ!(Һорландың бөйөрөнә төртә) Һаулыҡ һораш!

Һорлан. Һау-һау! Привет! Ней, барығыҙға ла сәләм!

Ҡояшбай. Ҡо-ҡо-ҡоҡ! Был ни һаулыҡ һораша ла белмәй бит?!

Ҡарһылыу. Ҡаушағандыр ул! Әйҙә, Ҡояшбай, серле муйынсағыңды тапшыр ҙа ары китәйек! Беҙҙе бөгөн күп ерҙә көтәләр.

Шуҡбикә. Эйе, беҙ ҙә ашығабыҙ. Аҡтүште лә көтәләр. Тиҙерәк бирегеҙ ҙә…

Ҡарһылыу. Ҡайҙа, Ҡояшбай, тапшыр муйынсаҡты!

Ҡояшбай. (Теләр-теләмәҫ кенә).Был эт миңә бер ҙә оҡшамай. Беҙ яңылышманыҡмы?

Шуҡбикә. Юҡ, юҡ! Яңылышманығыҙ!

Ҡарһылыу. Әһә, әгәр ҙә һин ысын Аҡтүш икән, ҡайҙа мин ебәргән телеграмма? Йә!

Шуҡбикә. (Ҡағыҙҙы сығарып). Бына. Алдамайбыҙ. Ҡарағыҙ!

Ҡарһылыу. Эйе, был мин ебәргән телеграмма. Нишләйбеҙ? Ваҡыт үтә бит!

Ҡояшбай. Йә, ярай, тапшырайыҡ! (Муйынынан муйынсаҡ сисеп эткә кейҙерә).

Дүртенсе күренеш

Шул саҡ арып талсыҡҡан Аҡтүш менән Мыр-Мыр килеп инә.

Мыр-Мыр. (Шыршыға ҡарап) Ой, шыршы! Аҡтүш, ҡара, таптыҡ йәшел шыршыны! Телеграммала шул шыршы янындағы түмәр тиелгәйне. (Башҡаларҙы күреп ҡала). Һаумыһығыҙ!

Аҡтүш. Һаумы, Ҡыш Бабай! Мин – Аҡтүш! Ә был – минең дуҫым Мыр-мыр. Һеҙҙе эҙләп арып бөтттөк!

Ҡояшбай. Бәй-бәй, тағы ла бер Аҡтүш? Әйттем бит, теге эт миңә бер ҙә оҡшамай тип.

Ҡарһылыу. Ә беҙ серле муйынсаҡты тапшырып өлгөрҙөк.

Ҡояшбай. Әле муйынсаҡ үҙ көсөнә инмәгән. Мин теләктәремде әйтмәгәнмен!

Ҡарһылыу. Ә быларҙың кемеһе ысын Аҡтүш икәнен нисек беләбеҙ?

Мыр-Мыр. Әйтәйемме? Йылды ҡабул итеп алыусы эт зирәк, аҡыллы булырға тейеш. Һеҙ берәй һорау биреп ҡарағыҙ?

Ҡарһылыу. Һорау? Ысын шул! (Ҡыш Бабай яғына ҡарай).

Ҡыш Бабай. Дөрөҫ, Мыр-Мыр. Йә, икегеҙ ҙә тыңлағыҙ. Минең бер һорауым бар. Кемегеҙ дөрөҫ яуап бирә, шуға серле муйынсаҡ.

Аҡтүш. Тыңлайбыҙ, тыңлайбыҙ!

Ҡыш Бабай. Былтырғы менән быйылғы йыл араһында нимә бар?

Шуҡбикә. Ы-ы-ы, аҙ ғына уйлап алайыҡмы?

Ҡарһылыу. Оҙаҡ түгел.

Ҡояшбай. (Һорлан янына килеп). Ҡаптыңмы ҡармаҡҡа? Йә, инде сослоғоңдо күрһәт!

Һорлан. Әйтәйемме?

Ҡыш Бабай. Әйт, әйт!

Һорлан. Уны ғына кем белмәй – “менән” тигән һүҙ бар!

Ҡояшбай. (ҡыуанып). Белмәне, белмәне, әйттем бит, ул түгел тип!

Ҡыш Бабай. (Аҡтүшкә ҡарап). Ә һин ни тиерһең?

Аҡтүш. (Бер аҙ уйланып алғас). Былтырғы менән тыуасаҡ яңы йыл араһында теүәл бер йыл бар!

Ҡыш Бабай. Һай, афарин! Дөп-дөрөҫ! Беҙ һеҙгә Яңы йылды тапшырыу өсөн теүәл бер йыл буйына килдек!

Ҡарһылыу. Ә телеграмма нисек һеҙгә юлыҡты?(Һорлан менән Шуҡбикәгә ҡарай).

Һорлан. Мин урламайыҡ тигәйнем, ана, Шуҡбикә ҡотортто.

Шуҡбикә. Нимә, шаяртырға ла ярамаймы әллә?

Һорлан. Ғәфү итегеҙ беҙҙе! Башҡа улай итмәҫбеҙ!

Ҡояшбай. (Муйынсаҡты сисеп ала). Ух, алдаҡсылар! (Аҡтүшкә) Кил, Аҡтүш, ултыр түмәргә!

Ҡыш Бабай. Тимәк, ысын Аҡтүш һин булаһың инде! Мин бик шатмын! Яңы йыл иң аҡыллы, иң сос, иң егәрле, дөрөҫлөктө яратыусы эткә тапшырыла.

Ҡояшбай.(Аҡтүштең муйынына муйынсаҡты кейҙерә). Бисмиллаһи-рахманир-рахим! Йыл буйы изге эштәр менән балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә ҡыуандыр! Илгә, ергә именлек, бар тереклеккә иҫәнлек килтер! Амин! Амин! Амин!

Аҡтүш. Тырышырмын! Барыһына ла һау-һаулыҡ бирермен! Бәлә-ҡазаларҙан, һау-һау, һаҡлармын!

Барыһы ла сәпәкәй итә. Бер ситтә Шуҡбикә менән Һорлан ғына күңелһеҙ тора.

Ҡыш Бабай. Бәй, бүләктәрҙе онотоп торам!

Һәр кемгә бүләк тарата. Һорлан менән Шуҡбикәгә бирмәй.

Аҡтүш. Ҡыш Бабай, һорлан менән Шуҡбикәне бер юлға ғәфү итәйек!

Ҡыш Бабай. (Уларға ла бүләк бирә). Тәүфиҡле, итәғәтле булһағыҙ, һеҙҙе һәр кем яратыр!

Һорлан да Шуҡбикә лә шат. Рәхмәт әйтәләр.

Ҡарһылыу. Беҙ инде һеҙҙе ҡалдырып китәбеҙ. Әйҙә, хушлашыр алдынан, шыршы тирәләй бейешеп, йырлашып алайыҡ!

Шыршы тирәләй бейейҙәр, йырлайҙар.

Ҡыш Бабай. Һау булығыҙ, ҡәҙерлеләрем! Киләһе йыл осрашҡанға тиклем!

Ҡояшбай. Һәр көнөгөҙҙөң ҡәҙерен белегеҙ!

Ҡарһылыу. Аҡтүш, серле муйынсаҡты юғалтмай һаҡла! Йыл буйына ул һинеке буласаҡ. Изге эштәр ҡылырға ярҙам итер!

Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, Ҡояшбай сығалар.

Аҡтүш. (Муйынсаҡҡа ҡарай). Хәҙер үк бер изгелек эшләгем килә!

Һорлан. Минең дә һинең кеүек белемле булғым килә.

Аҡтүш. (Муйынсаҡҡа шыбырлай). һорландың уҡырға өйрәнгеһе килә!

Мыр-Мыр. Ана, шыршы төбөнә нимәлер төштө! (Барып ҡарайҙар. Ул – “Әлифба” китабы).

Һорлан. Урра! Минең дә китабым бар! Уҡырға өйрәнәсәкмен!

Аҡтүш. Ә хәҙер шыршыбыҙ түбәһенә күктән иң сағыу йондоҙҙо төшөрөп ҡаҙағым килә! Бер, ике, өс!

(Шаршыла ут ҡабына). Барығыҙҙы ла Яңы Йыл менән ҡотлайым!

Барыһы ла шыршы тирәләй әйләнә, бейейҙәр.

Шаршау.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.