Сиратҡа автомат яҙа
Дауахана сираты кемде генә йонсотмай! Ҡайһы бер табиптарға яҙылырға иртәнге алтынан килеүселәр бар хатта. Сәбәбе ауырыуҙарҙың күплегендә генә түгел. Регистратуралар үҙ эшен ойоштороу буйынса көн талабынан күпкә артта ҡалған. «Кеше факторы» тигән төшөнсә лә үҙгәрешһеҙ: яҙылыу тәҙрәһе алдында көткән өсәүҙе лә, һыу буйы сиратты ла, ғәҙәттә, бер кеше хеҙмәтләндерә, уға ярҙамға килеүсе юҡ...
Нефтекама ҡалаһы дауаханаларында ошондай хәлде бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар тормошҡа ашырылды: өс поликлиникала, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, диагностика бүлексәһендә һәм балалар поликлиникаһында табиптарға яҙылыуҙың электрон ысулы эшләй башланы.
— Был яңылыҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыуҙың федераль программаһына нигеҙләнгән, — ти баш табип Альбина Кузнецова. — Уны ғәмәлгә ашырыу былтыр башланғайны. Ошо осорҙа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Берҙәм мәғлүмәт системаһын сафҡа индереүгә 11,8 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Ошо иҫәпкә 216 шәхси компьютер, 151 принтер, күп функциялы 21 лазер ҡоролмаһы, башҡа кәрәкле ҡорамал һатып алыу менән бер рәттән, уларҙың эшен тәьмин итеүсе элемтә селтәренә, Интернетҡа тоташтырыу һәм һәр табиптың эш урынын заманса техника менән йыһазландырыу ҙа инә. Бынан тыш, барлыҡ поликлиникаларҙа ла табиптарға үҙаллы яҙылыу өсөн инфоматтар ҡуйылды. Әлбиттә, яңы ысул менән эшләйәсәк персонал да тейешле әҙерлек үтте.
Медицина картаһын тултырыу табиптың күп ваҡытын алғанын барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Сирле кабинетҡа кергәндә, табип, ғәҙәттә, яҙып ултыра, алдағы пациенттың ауырыу тарихын тултыра. Бушағас, һине ҡарай ҙа тағы яҙа башлай. Шул арала шәфҡәт туташына рецептты аңлата, сырхауҙы еңер өсөн һиңә нисегерәк дауаланырға кәрәклеген төшөндөрә һәм... тағы ла яҙыуын дауам итә.
— Ҡала дауаханаһында ҡулланыла башлаған заманса технология яҙыу-һыҙыу эшен күпкә ҡыҫҡартырға тейеш, — тип дауам итә һүҙен Альбина Зөфәр ҡыҙы. — Бының өсөн пациент тураһында барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт тупланған электрон медицина картаһы булдырыу ҡаралған. Урындағы элемтә селтәре буйынса ул табиптарҙың барыһына ла, шул иҫәптән махсуслашҡан белгестәргә асыҡ буласаҡ.
Дауаханала электрон документ әйләнешен булдырыу ҡалала йәшәүселәргә генә түгел, Нефтекама муниципаль-ара медицина үҙәгенә ҡараған төньяҡ-көнбайыш райондар халҡына ла табиптарға Интернет аша яҙылыу мөмкинлеген бирә.
Поликлиникаларҙа ҡуйылған инфомат аша табипҡа үҙең теләгән көнгә һәм сәғәткә ике аҙна алдан яҙылырға була. Бының өсөн медицина страховкаһы полисын мотлаҡ үҙең менән алырға кәрәк. Исем-шәрифеңдән тыш, «башлы» автомат шул документтың номерын да һорай. Бының шулай икәненә, «әллә нисә ишеткәнсе, бер барып күр» тигәндән сығып, үҙемә лә инанырға тура килде. Инфомат экранындағы төймәләргә баҫа торғас, табипҡа киләһе аҙнаға алдан яҙылып ҡуйҙым. Минән һуң тағы ла өс кеше бер нисә минут эсендә һис ҡыйынлыҡһыҙ сират алды. Үҙен Олеся тип таныштырған ҡыҙ инфоматтың бик тә уңайлы икәнен һөйләне: «Ирем үткән аҙнала алдан яҙылып табипҡа барғайны, бөгөн мин дә электрон сиратҡа баҫтым. Эшләгән кеше өсөн бик ҡулай. Көнөн-ваҡытын белгәс, алдан һорап, эштән китергә була».
Беҙҙең көндәлек тормошҡа һәр яңылыҡтың еңел генә үтеп инмәүе билдәле. Күҙәтеүҙәрҙән күренеүенсә, электрон сиратҡа яҙылыусыларҙың күпселеге — йәш быуын вәкилдәре. Ә дауаханаға йөрөүселәрҙең ҙур өлөшөн тәшкил иткән ололар ҡәҙимге регистратура аша яҙылыуҙы хуп күрә — улар заман техникаһына бигүк ышанып бармай. Инфоматтан тыш, Интернет һәм телефон аша сиратҡа яҙылыу ҙа улар өсөн түгел.
Электрон сиратты ғәмәлгә индереү сетерекле хәлдәргә лә бәйле. Мәҫәлән, инфомат аша яҙылыусы үҙ ваҡытында табипҡа килә, ә уны кабинет алдындағы сират ҡаршылай. Пациенттар үҙ-ара мөнәсәбәт асыҡлай башлай... Алдан яҙылыусыларҙың ишеккә беркетелгән исемлеген ҡайһы берәүҙәр иҫәпкә алмаҫҡа тырыша, иртән үк килеп көтөп ултырыуына баҫым яһап, өҫтөнлөк даулай. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеүсе табип, әлбиттә, исемлек нигеҙендә эшләргә тейеш, ишек янындағы сиратты яйлау-көйләү уның эше түгел. Әлбиттә, оло йәштәгеләрҙең күбеһенең электрон сиратҡа яҙылырға мөмкинлеге лә, хатта, танырға кәрәк, теләге лә юҡ. Алдан яҙылыусылар күп булғанда, уларҙың, көнө буйы сират көтөп, табипҡа инә алмауы ла ихтимал. Йәнә бер проблема: бигерәк тә махсуслашҡан белгестәргә көнөндә үк яҙылып эләгеп булмаһа, теләһә-теләмәһә лә, кемдер дауаханаға барыуҙы кисектерергә мәжбүр. Ә ишек төбөндә «тере» сират көтһәң, табипҡа эләгеү ихтималлығы бар.
Нисек кенә булмаһын, Нефтекама дауаханаһында табиптарға электрон сиратҡа яҙылыу ғәмәлгә индерелде һәм ойоштороу яғынан уңышлы эшләй. Был яңылыҡ юлындағы төрлө ҡытыршылыҡтар тора-бара яйланыр, тип ышанғы килә. Дөйөм алғанда, электрон сират халыҡ өсөн, бигерәк тә эшләп йөрөгәндәргә уңайлы. Әйткәндәй, өфөләр был яңылыҡты күптән үҙләштерҙе лә инде.
Ансар НУРЕТДИНОВ, «Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе.
Нефтекама ҡалаһы.
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
| ||
|