Тәмәкене күптәр еңел ташлай,
Эскесене була төҙәтеп,
Наркоманды ҡотҡарырға мөмкин,
Яман сирҙән була йүнәлтеп.
Тағы ла бер сир бар…
Тере килеш
Юғалтабыҙ унан кешене:
Йәндәй яҡын күргән дуҫ, туғанды,-
Юғалтабыҙ беҙҙең ишене.
…Үҙе генә хаҡлы, тик үҙенең
Уй-хистәрен ҡуйып үҙәккә,
Өҫтән ҡарап күрше-күләненә,
Дуҫ-ишенә,туған-терәккә,
Уйлап тормай ҡаты һүҙҙәр әйтеп,
Иң-иң яҡындарҙы рәнйетеп,
Ҡыйырһытып үҙен яратҡанды,
Бөтә тирә-яҡты кәмһетеп,
Бар донъянан үҙен өҫтөн ҡуйып,
Ҡарап тормай оло-кесене,
Тере килеш алып китеүсе сир –
Мин-минлелек уның исеме.