Советтар Союзының дәүләт гимны
- Азат республикаларҙың ныҡ Союзын
- Бергә мәңгегә Бөйөк Русь тупланы.
- Йәшә, халыҡтар теләге тыуҙырған ил —
- Берҙәм, ҡеүәтле Советтар Ватаны!
- Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
- Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
- Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
- Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
- Ирек ҡояшы балҡыны дауыл аша,
- Һәм Ленин-даһи яҡтыртты юл беҙгә:
- Ғәҙел көрәшкә күтәрзе халыҡтарҙы,
- Хеҙмәт, еңеүгә рух бирҙе ул беҙгә!
- Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
- Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
- Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
- Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
- Бөйөк коммунизм эшенең еңеүендә
- Илдең киләсәк көндәрен күрәбеҙ.
- Данлы Ватандың ал байрағына мәңге
- Тоғро булырга берҙәм ант бирәбеҙ!
- Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
- Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
- Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
- Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!