Ошо көндә бер күпер алдында һеҙ -
ҡылдан нәҙек,
Ҡурҡыныс, бик ҡурҡыныс, аһ,
китһәгеҙ юлдан яҙып.
Ул күпер аҫты тамуҡтыр,
аръяғында - фирдәүес,
Кисһәгеҙ, ух... ниндәй ҡыҙыҡ,
уңдан аҙыҡ, һулдан аҙыҡ.
Һеҙ кисерһеҙ ул күперҙән
шатланып, рәхәтләнеп,
Тик фәҡәт башҡорт өсөн
булған пыраҡҡа атланып.
Башҡалар биргән һарыҡ-ҡуйҙарға
һеҙ атланһағыҙ,
Ант итәм, йығылып төшөрһөҙ
аҫҡы ҡатҡа ҡапланып.
Нәрҫә ул һеҙҙе тамуҡтан
ҡотҡара торған пыраҡ?
Ул пыраҡтыр туғыҙынсы
номерлы спискаң - сыраҡ.
Шул номерға бир тауыш,
алмаҡсы булһаң тупраҡ,
Юҡһа тауышың ситкә китһә,
йәмле ерҙәр әлфираҡ!
Китһә ерҙәр, бел шуны:
мәсет китер, мәктәп китер,
Йәмле башҡорт ерҙәрен
сирмеш, урыҫ ҡаплап китер.
Ер һиңә, тик ер: донъяң да - ер,
ғиҡабың да - ер,
Ерҙән айырылһаң, һине һәр кем
иҙеп, тапап китер.
Эй, туған башҡорт,
әгәр булмаһаң бәдбәхет,
Ерҙе һаҡла, ер ҡосаҡла,
ер һиңә алтын тәхет!
Беҙ туғыҙ ҡат әйтәбеҙ:
алдалаусылар байтаҡ булыр,
"Дин" тиеп, "милләт" тиеп
майлаусылар ҙа тап булыр.
Тыңлама, алданма, башҡорт,
бир тауыш туғыҙынсыға!
Шул ваҡыт йөҙ аҡ булыр һәм
изге күңелең шат булыр!