Сталин тураһында шиғыр

Сталин тураһында шиғыр (Шиғыр)
автор Author:Сабир Кинйәкәй
Ижад итеү ваҡыты: 1938 йыл. Нәшер ителгән: “Ленин байрағы” №45 1938 йыл.


Сталин тураһында шиғыр


Ата ла һин, бөйөк юлбашсы ла,
Рухсы ла барлыҡ еңеүҙең,
Бәхете лә һин,
Бөтмәҫ шатлығы ла,
Һаҡсыһы ла минең илемдең.
Һин килтерҙең беҙҙе матур көнгә,
Һин күтәрҙең үргә, яҡтыға.
Һин өйрәттең беҙҙе һөйөклө беҙ
Илебеҙҙе нисек һаҡларға.
Көстө бирәһең дәрт, ҡыуаныста,
Иркәләйһең дә даһи Сталин.
 Улы ла һин, халҡым ҡояшы ла,
Ленин дә һин, бөгөн, Сталин.


1938 йыл


Public domain
This work is in the public domain in countries where the copyright term is the author's life plus 70 years or less. See Copyright.