Сылбырлы сәйәсәтте киләсәктә нимә көтә? Рөстәм Нурыев

Сылбырлы сәйәсәтте киләсәктә нимә көтә? (Мәҡәлә)
автор Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһы хакимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ихтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
Ижад итеү ваҡыты: 2010. Нәшер ителгән: Баҫма киң мәғлүмәт сараларында нәшер ителмәгән.. Сығанаҡ: Рөстәм Нурыев яҙмалары. Сылбырлы сәйәсәтте киләсәктә нимә көтә?


* * *


Күңелемде даими өйкәп торған һорау, «Бер сылбырҙың ҡулсалары …» исемле мәҡәләне (Александр Ципко, Киске Өфө, № 36 (402), 2010 йыл) уҡығас, тағы өҫкә ҡалҡып сыҡты. Балаларҙың, ейәндәрҙең киләсәге өсөн борсолған, ябай бауҙағы бетеүен алтын сылбырҙан өҫтөн күргән һәр кешелә барҙыр был һорау…

Әлеге ваҡытта донъя күләмендә милләттәр һәм дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәргә күҙ ташлаһаң, мәҡәләлә күтәрелгән йәмғиәт ауырыуы беҙҙең илгә генә хас күренеш түгел икәненә инанаһың. Тәбиғәттә бер нимә лә үҙгәрешһеҙ тормай, һәр ваҡытта хәрәкәттә. Кеше һәм кешелек йәмғиәте лә тәбиғәттең бәләкәй генә бер өлөшө, ул да һәр саҡ хәрәкәтте, үҙгәреште талап итә. «Аҡыллы кеше» тарафынан уйлап табылған яһалма сикләүҙәр йәки тиҙләтеүҙәр - дәүләттәр, сиктәр, тәртиптәр һәм башҡа төрлө «сылбырҙар-ҡулсалар» тәбиғәт ҡанундарына тап килмәй, үҙ бурыстарын ваҡытлыса ғына үтәй ала. Әлбиттә, был ваҡыт арауығы бер нисә быуатҡа етеп, бик күп быуын кешеләрен үҙ эсенә алыуын тарих иҫбатлай. Ысынлап та, бер генә ҡанун да, бер генә империя ла мәңгелек түгел. Тарих төпкөлө аша бөгөнгө көнгә ихтибарлы ғына ҡараһаҡ, донъя күләмендә милләттәрҙең һәм дәүләттәрҙең тәбиғи үҙгәреш талап итеүе асыҡ төҫмәрләнә. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади көнитмеш, мәғлүмәт ағымдары яһалма сикләүҙәргә бойһонмай, уларҙы урап үтеү юлдарын таба. Көслөләр сәйәсәте менән ҡәнәғәтһеҙлек көндән-көн көсәйә бара. Был көсөргәнешлекте кисектереү йәһәтенән ҡайһы бер Европа илдәре йәки Мәскәү депутаттары тәҡдим иткән саралар кире һөҙөмтәгә килтереүенә шик юҡ. Сопромат фәнен өйрәнгән белгестәр быны яҡшы аңларға тейеш. Ҡайһы бер «сәйер» ғалимдар фекеренсә быуат башындағы ваҡиғалар артабанғы йылдарға йәшәү юнәлешен билдәләй. Шулай итеп, әлеге ваҡытта Донъя сираттағы ҡырҡа үҙгәрештәр арауығына аяҡ баҫа. Ер шарының 1/6 ҡоро өлөшөн биләгән Рәсәй дәүләте уны бик ауыр кисереүе ихтимал. Сөнки әлегә тиклем тормошҡа ашырылған саралар көсөргәнешлекте кәметеүгә түгел, ә уны кисектереүгә (көсәйтеүгә тип аңларға кәрәк) юнәлтелгән. «Был осраҡта халҡыма нимә эшләргә һуң?» - тигән һорауға яуап итеп, Иллаһи көс ҡолағыма шиғыр юлдары әйткәйне. «Йәшлек» гәзитендә (№ 11 (10636), 7 август 2010) баҫтырғанда ни өсөндөр бер өлөшө төшөп ҡалған. «Киске Өфө» (25 сентябрь 2010) уҡыусылары тулыһынса уҡый алды.


2010