Сығам әле сәхрәләргә…Фирүзә Абдуллина.


Сығам әле сәхрәләргә… (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 01.07.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Сығам әле сәхрәләргә


Ярһынып тора йөрәгем,
Нисек кенә тыйырға?
Сығам әле сәхрәләргә
Ер еләге йыйырға!

Боҙорға был хозурлыҡты
Нисек итеп ҡыйырға?
Мөмкин микән гүзәллеккә
Һоҡланыуҙан туйырға?

…Һоҡланып туйырлыҡ түгел
Еремдең мәрхәмәте,
Ер еләге булып бешкән
Ҡояштың мөхәббәте.

Эй, мөхәббәт! Тар түгелме
Йөрәгемә һыйырға?
Бушат әле әҙгә генә
Әйләнеп матур йырға!


01.07.2014