Сәхәр. Гүзәл Ситдиҡова

Сәхәр



Өләсәйем сәхәр эсә,
Мин дә бергә уянам,
Бигерәк тәмле сәхәр сәйе,
Уянғанға ҡыуанам.
Баллы сәксәк, татлы йөҙөм,
Ҡара емеш, күрәгә...
Сәхәр тәме үҙе башҡа -
Кемгә әле эләгә!
Өләсәйем менән бергә
Мин дә тотам ураҙа:
- Афарин, - тиҙәр ололар, -
Күңелең булыр таҙа.
Тик кискә тиклем түҙмәнем,
Ашаным да ҡуйҙым шул,
Шым ғына өҫтәл аҫтында
Икмәк ашап туйҙым шул.
- Беҙ күрмәһәк, Алла күрә, -
Тине, белгәс, өләсәй, -
Мөслим бала ололарҙы
Алдамай ғына йәшәй.
Шулай ҙа һин афаринһың,
Ашаның төшлөк үткәс,
Әле һиңә биш кенә бит,
Түҙерһең бер аҙ үҫкәс!
 


2012