Балдар тама тал-тирәктән, Балдар тама телеңдән. Тик бер мәлгә онотолам Йәшәүҙән һәм үлемдән. Тал ямғыры… Талма уйға, Аҡҡан һыуҙарға ҡарап. Йә тегеләй, йә былайға Йөҙә, тип, унда карап. Аҡ караптар сағылалар Һыуҙарҙың шаршыһында. Береһе – ағым ыңғайында, Береһе – ҡаршыһында… Аҡҡан һыуға нимә булһын, Талдары ҡалһа ярҙа, Талдарынан бал тамдырған Беҙ икәү унда барҙа.