Талпандарға күҙ нимәгә кәрәк?(хикәйә). Тамара Ғәниева

Талпандарға күҙ нимәгә кәрәк? ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Талпандарға күҙ нимәгә кәрәк?


 Талпандар — ҡанэскес бөжәктәр. Үҙҙәре шул тиклем хәйләкәр: үлән, япраҡ араһына йәшеренәләр ҙә, алғы аяҡтарын тарбайтып баҫып, табыш аулайҙар. Ә талпандың аяҡтары ғәжәп үҙенсәлеккә, еҫ тойоу һәләтенә эйә. Ана шул аяҡтарындағы «танауы» менән еҫкәп, талпандар эргәләренән уҙып барыусыларҙы тойоп ала ла йәшен тиҙлегендә уның өҫтөнә ташлана. Шунда уҡ тәненә лә ҡаҙала. Ә талпан серәкәй кеүек ҡанды эсеп кенә ҡалмай, үҙенең ағыуын да ебәрә. Шуға күрә талпан тешләгән боландар, эттәр, кешеләр һәм урманда йәшәүсе хайуандар ҡаты сиргә һабыша. Йыш ҡына сырхау фажиғә менән тамамлана. Үҙҙәренә ҡараһаң, энә күҙәүендәй генәләр...
Ошондай яуыз булғандары өсөндөр инде, тәбиғәт уларға бер нәмәне лә әҙәмсә бирмәгән: танауҙарын аяҡтарына, ә күҙҙәрен... арҡаларына ҡуйған.
Ләкин, бына ғәжәп, күҙһеҙ талпандар ҙа була икән. Улары нисек күрә һуң? Күрә былар. Һәм нисегерәк күрә әле! Тотош кәүҙәләре менән күрәләр. Талпандай мәхлүк, ҡанэскес хәшәрәт йән эйәһе ошондай бәхеткә эйә булһынсы әле!..
Күҙһеҙҙәре лә күрә, ә күҙлеләренең, арҡаһындағы күҙенә буяу һөртөп, еҫ һиҙеү һәләтенән мәхрүм итһәң, яҡтылыҡты барыбер тойоп, һыпыртыу яғын ҡарай.
Шулай булғас, уларға күҙ нимәгә кәрәктер инде? Аңлап бөтөп ҡара был тәбиғәттең һанһыҙ серҙәрен...

 


1993 йыл