Тапҡыр Айбулат(әкиәт). Илдус Тимерханов


Тапҡыр Айбулат(әкиәт).Илдус Тимерханов (әкиәт)
автор Илдус Тимерханов
.Нәшер ителгән: 2006 йыл, апрель. Сығанаҡ: Аҡбуҙат" журналы № 4,2006 йыл


Тапҡыр Айбулат


Борон заманда Айбулат исемле егет юл гиҙергә сығып киткән. Ҡуйы урман араһынан китеп барғанда, юлбаҫарҙар тотоп алған, ти, быны. Кәйефтәре яҡшы икән. Айбулатты ҡыйырһытмағандар. Быш-быш кәңәшләшеп алғандар ҙа, юлсыны бер ағас төбөнә ултыртып, алдына янып торған шәм ҡуйғандар. Шунан эстәрен ыуып көлөшә-көләшә былай тигәндәр:
-Беҙ һинә фарман бирәбеҙ. Биргәс тә, һин шуны үтә!
-Әйтеп ҡарағыҙ!
-Бына һинең алдыңда шәм тора. Тәрән итеп тын ал да көслө итеп өс тапкыр өр. Ул һүнмәһә, һине ебәрербеҙ, һүнһә, өс көнгә зинданға ябып ҡуябыҙ үҙеңде.
Айбулат оҙаҡ уйлап тормаған:
-Һау! Һау! Һау!- тигән, урманды янғыратып.
Эт булып өргәнгә шәм һүнмәй бит инде ул. Тауыш тулҡынына уның уты тирбәлеп кенә ҡуйған.
- Беҙ һиңә эт булып өр, тимәнек!
Айбулат юғалып ҡалмаған:
- Тының менән өр, тип тә әйтмәнегеҙ!
Юлбаҫарҙар Айбулаттың отҡорлоғона һоҡланып көлөшкән. Уның хөрмәтенә табын ҡороп, яҡшы итеп һыйлаған.
Шунан ололап оҙатып ебәргәндәр, ти, тапҡыр Айбулатты.


2006 йыл

Гүзәл Кәрим (talk) 16:11, 15 April 2013 (UTC)Гүзәл Кәрим