Тартай теленән таба. Фирүзә Абдуллина.


Тартай теленән таба. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 13.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Бәләкәйҙән минең телем
Үҙемә дошман булды,
Күпме шул тел арҡаһында
Күҙҙәрем йәшкә тулды!

Башҡа килгән һүҙҙе һөйләп,
Апайҙарҙан әрләндем,
Илай-илай тәүбә итеп,
Әрләнгәнгә ғәрләндем.

Ағайҙарым бик шәп итеп
Төшөндөрҙө төйгөсләп:
“Телеңә хужа булмаһаң,
Ырғытабыҙ өҙгөсләп!”

“Тартай теленән таба,”- тип,
Әсәйем әрләй ине,
“Телеңде тыйып өйрәнһәң,
Тыныс йәшәрһең,”- тине.

Ябыҡ булғас, тыртыҡ инде,
Тыртыҡты тартай тиҙәр,
Миңә эләгәлер, тинем,
Үҫеп алғанға ҡәҙәр.

Инде күптән тыртыҡ түгел,
Һаман телемдән табам,
Онотолоп, ысҡындырам,
Һуңынан өрөп ҡабам.

Тура һөйләү – аҡыл түгел,
Һүҙҙәр башты ашайҙар.
Күрәһең, аҙ төйгөсләгән
Бала саҡта ағайҙар!

Тейер-теймәҫ һүҙҙәремдән
Сит кешеләр көлмәһен,
Үҙ ағайың артыҡ төймәй,
Сит ағайҙар төймәһен!

Эй телде тыйып ҡараным!
Телсә сыҡҡыр, тыйылмай!
Хәҙер балалар өйрәтә:
“Һөйләмәсе уйламай!”

Ағайҙарҙың төйгәндәрен
Һағынып иҫкә алам,
Әсәйем һүҙе ҡолаҡта:
“Тыйсы телеңде, балам!”