Тау йылғаһы. Тамара Искәндәриә

Тау йылғаһы (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Тау йылғаһы


Тау йылғаһы ташып тайҙырыр,
Тау йылғаһы шашып аҙҙырыр,
Һикәлтәнән һикәлтәгә ташлап,
Аҡылыңдан ғына яҙҙырыр.

Һин онотма, тауға менгәндә
Әйләнеп тә ҡара үҙәнгә.
Тауҙар бейек,
Улар серен аса
Төшкән саҡта сабыр түҙгәнгә.