Таш. Гүзәл Ситдиҡова


Таш


Таш ырғыта малай, сойорғота
Әллә ҡайҙа – бейек-бейеккә,
Юғала ла күҙҙән, кире ҡайта
Ташыбыҙ ҙа ергә ереккән.
Ошо таштай тәнең уйып-уйып
Һуҡмаҡ һалып ҡайтып килеүем,
Ҡатай ере!
Һинең ҡаты ерең
Мамыҡтан да йомшаҡ тиеүем.
Инйәр һыуы йыуып алып китә
Иңдән йылдар, юлдар туҙанын
Таш булып таш кире ҡайтҡан ергә
Әҙәм һынлы әҙәм нисек ҡайтмай,
Нисек ҡайтмай әҙәм түҙалһын!
Был ерҙәрҙә мәңгелек йорттары
Баҡыйлыҡҡа күскән затымдың,
Был ерҙәрҙә ҡайһы йортҡа инһәм
Бәйләп ҡуя алам атымды.
Был ерҙәрҙә Ҡояш – ҡояшыраҡ,
Был ерҙәрҙә Ай ҙа – айыраҡ,
Һыуҙары ла бында – иң тәмлеһе,
Тау-урманы, шикһеҙ, байыраҡ.
Таштай итеп, яҙмыш һынауҙары
Сойорғотоп ала йыраҡҡа,
Тартыу көсө әммә тыуған яҡтың
Иң ҡеүәтле!
          Ҡайтам был яҡҡа.
Ҡайтам…


2012