Таҙҙың төшө (әкиәт)

Таҙҙың төшө


Борон-борон заманда, кәзә командир, һайыҫҡан үрәтник, пәрей проводник булып торғанда, булған, ти, бер бабай менән әбей. Быларҙың бар ине, ти, өс улы. Таҙ ине, ти, кесе улы. Бабайҙың бар белгән кәсебе аяҡ кейеме тегеү ине, ти. Балаларын үҫтергәс, бабай ике улына ике сарыҡ тегеп бирҙе лә, икеһенән ике баҙ өй ҡаҙҙырып, башҡа сығарып ҡуйҙы, үҙе кинйә улы менән тороп ҡалды, ти.

Көндәрҙән бер көндө, сәй эсеп ултырғанда, әбей:

– Бына, әллә ҡайҙа, диңгеҙ аръяғында бер урын бар икән. Шул урынға барып, таҙа итеп йыуынып, ете юл сатындағы йәшел сиҙәмдә ятып йоҡлаған кешенең үҙ бәхете үҙ төшөнә инә икән, ти. Беҙгә шулай итергә кәрәк ине, – тип әйтте, ти.

Шунан һуң бабай:

– Беҙҙең үҙ бәхетебеҙҙе һынап тораһы юҡ инде, балаларҙыҡын белергә кәрәк ине,– ти икән.

Шунда уҡ балаларына:

– Балалар, һеҙ бөгөн Йомағош тауы буйына барып, Бикә шишмәһенең һыуы менән ете ҡат йыуынып-таҙарынып, шундағы ете юл сатлығына сығығыҙ ҙа сиҙәмгә ятып йоҡлағыҙ. Иртәнге сәйгә бында ҡайтырһығыҙ, – тип әйтте, ти.

Бабайҙың улдары, бының серен белмәһәләр ҙә, күнделәр, ти. Шунда уҡ, Йомағош тауы эргәһенә барып, етешәр ҡат йыуынып, ете юл сатына килеп, сиҙәмгә яттылар ҙа бик тәмле итеп йоҡланылар, ти. Иртән торғас, барыһы ла биттәрен яңынан йыуып, аталары йортона ҡайттылар, ти. Бабай оло улынан:

– Йә, улым, йоҡлаған ереңдә ниндәй төш күрҙең? – тип һораған.

Бабайҙың оло улы үҙе лә күргән төшө тураһында һөйләргә әҙерләнеп ултыра икән. Атаһының былай һорау ҡуйыуына бик күңеле булып, тамаҡтарын ҡырып, һүҙгә кереште, ти.

– Эй, атай, мин төшөмдә бик ҡыҙыҡ нимә күрҙем ул. Күршеләге баярҙың бойҙайын үлсәйбеҙ, имеш, тием. Эй үлсәйбеҙ, эй үлсәйбеҙ, мин һиңә әйтәйем, һис бөтөрөп булмай. Бер ваҡыт ҡараһам, үҙемдең баҙ өйгә терәп ҙур-ҙур келәттәр һалғанмын, ә теге бойҙайҙар үҙемдеке булған да ҡуйған икән, тием. Т®ҙемдеке булғас, бойҙайҙы яңынан үлсәргә керештем бер заман. Эй үлсәйем, эй үлсәйем, һис бөтөрөп булмай тегене. ~шо ерҙә уянып киттем, – тигән.

Бабай быға бик ҡәнәғәт булып:

– Улым, һин, баяр кеүек, бик ҙур бай булырһың. Малыңдың иҫәбенә сыға алмаҫһың, – тигән. Шунан һуң уртансы улынан: – Йә, улым, инде һин ниндәй төштәр күрҙең? – тип һораған. Уртансы улы тағы ла эреләнеберәк:

– Мин, атай, төшөмдә гел алтын үлсәнем. Т®лсәнем дә үлсәнем, үлсәнем дә үлсәнем, – барыбер үлсәп бөтөрә алманым. Шунан күрше ауыл кешеләрен алып килеп, үлсәргә ҡушып ҡараным, улай ҙа бөтөрөп булманы, – тигән.

Атаһы уға:

– Балам, алтыныңдың иҫәбенә башҡа кешеләр ҙә сыға алмағас, һин бигерәк тә бай булырһың, – тигән. Шунан һуң бабай өсөнсө, таҙ улына ҡарап:

– Йә, улым, һин ниндәй төш күрҙең? – тип һораған.

Өсөнсө улы:

– Атай, мин бойҙай ҙа үлсәмәнем, алтын да үлсәмәнем, шулай ҙа бер төш күрҙем күреүен, әммә һеҙгә һөйләрлек түгел, көлөрһөгөҙ тип ҡурҡам. Шуның өсөн һөйләй алмайым,– тигән.

Атаһы менән ике ағаһы ни тиклем һөйләтергә тырышып ҡараһалар ҙа таҙ үҙенең төшөн һөйләмәгән. Әрләп тә ҡаранылар, туҡмап та ҡаранылар – барыбер төшөн һөйләтә алманылар, ти. Ахырында атаһы таҙҙы ҡыуып сығарып ебәргән.

Атаһы йортонан ҡыуылып сыҡҡас, малай баш тартҡан яҡҡа ҡарап, эй китте, эй китте, ти, сабып ат етерлек, ҡарап күҙ әйәрерлек түгел, ти, быға. Бара-бара, әллә ниндәй һыуҙар сығып, әллә ниндәй урмандар үтеп, өс ай, өс аҙна, өс көн, өс сәғәт киткәс, таҙ бер ҡалаға килеп сыҡты, ти. Был ҡала бер ҡарт батшаның башҡалаһы икән.

Таҙҙың бүтән һөнәре булмаһа ла, һыҙғырырға бик оҫта булған. Ул һыҙғырҙыниһә, бөтә ҡоштар бының янына йыйылыр икән. Таҙ был ҡалаға килеп еткәс тә бер һыҙғырып ебәргәйне, ҡала эсендәге бөтә ҡоштар бының янына килеп йыйылды, ти. Батша һанаттарының өйҙәрендәге мысыр күгәрсендәре, һандуғастары, береһе ҡалмай, килеп бөттөләр, ти. Был хәлгә батшаның һанаттары бик аптырашып, ҡоштарҙы эҙләп сыҡһалар, күрәләр икән: таҙ тирәһендә бөтә ҡала ҡоштары йыйылған да, сыр-сыу килеп, һайрашып ятҡан көндәре, ти. Егет шуларҙы рәхәтләнеп тыңлап ултыра икән.

Шунан һанаттар,таҙҙы тотоп алып, батшаның үҙенә кит кәндәр. Батшаға барғас:

– Бына бер ирмәк малай алып килдек, ҡалабыҙҙың бөтә ҡоштары, беҙҙең барлыҡ һандуғастарыбыҙ ошо егет янына йыйылғандар ҙа сыр-сыу килешеп яталар, – тип хәбәр иткәндәр.

Ҡарт батшаның янында ҡунаҡҡа килгән йәш кенә икенсе бер батша ла бар икән. Улар икеһе лә был эшкә бик аптырап ҡалдылар ҙа таҙға бер һыҙғырып күрһәтергә ҡуштылар, ти.

Таҙ тышҡа сығып бер һыҙғырғайны, батша өйөнөң тәҙрәләре яңғырап китте, ти. Күп тә үтмәй уның янына бете ҡала ҡошо йыйылған. Икенсе төрлөрәк итеп һыҙғырғайны, ҡоштар таралып ботто, ти. Шунан батшалар таҙҙы тағы һарайға алып инеп, уның ҡай ерҙеке, кем балаһы булыуын, бында ни эшләп килеп сығыуын һораша башлайҙар. Таҙ үҙенең бик алыҫ ерҙән килеп сығыуын, күргән төшөн һөйләмәгәнлектән, атаһы уны үҙ йортонан ҡыуып сығарып ебәреүен һөйләп биргән. Шунан һуң батшалар бының төшөн һөйләтергә ҡыҫтай башлағандар. Әммә ул төшөн һөйләмәгән. Батшалар таҙҙы ҡурҡытып та, туҡмап та ҡарағандар. Теге ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәгән. Батша, бик ныҡ асыуланып, таҙҙы төрмәгә яптырып ҡуйған.

Ҡунаҡ батша үҙ иленә ҡайтып китте, ти. Ҡайтҡас, был ваҡиғаны үҙенең бер ҡарындашына һөйләгәйне, ҡарындашы был хәлде үҙе күргеһе килде, ти. Батшанан ҡош телен белгән апа шул егетте бында алдырыуын үтенде, ти. Батша үҙе лә теге төштө һөйләткеһе килеп, таҙҙы алдырмаҡсы булып ҡайтҡан икән. Шунан һуң, ул теге ҡарт батшаға үтенес хаты яҙып, егерме илсе, ҡырҡ һаҡсы ебәреп, таҙҙы үҙ батшалығына килтерткән.

Килеп төшөү менән таҙҙы һыҙғыртып ҡаранылар, ти. Таҙ бер һыҙғырғайны – ҡалалағы ҡоштар, ике һыҙғырғайны – бөтә батшалыҡтың ҡоштары килеп йыйылды, өсөнсө тапҡыр һыҙғырғайны – береһе лә ҡалмай осоп киттеләр, ти. Шунан батша таҙҙы һарайына алып инеп ашатҡан, эсергән дә теге төшөн һөйләп биреүен һораған. Әммә таҙ уға ла төшөн һөйләмәгән.

– Яҡшылыҡ менән һөйләмәһәң, мин һине язалап үлтерермен! – тигән батша.

– Т®лтерһәң үлтерерһең, һөйләмәйем тигәс, һөйләмәйем! – тигән таҙ.

Шунан батша һанаттарын йыйып алды ла:

– Хәҙер үк майҙанға бөтә ҡала халҡын йыйығыҙ. Ҡырҡ уҡсы килтерегеҙ. Уҡ менән атып, бынау баш эймәҫ бәндәнең күкрәген иләк һымаҡ итеп тишкеләп бөтөртөгөҙ, кәүҙәһен эткә ташлатығыҙ! – тип бойорған.

Шунда уҡ батша һарайы алдындағы майҙанға бөтә ҡала халҡы йыйылған. Майҙан уртаһына таҙҙы, уның ҡаршыһына ҡырҡ уҡсыны баҫтырғандар. Уҡсылар уҡтарын тегенең күкрәгенә тоҫҡай, йәйәләренең керешен тарта ғына башлағайнылар, таҙҙың әсе итеп һыҙғырып ебәреүе булды – бөтә ҡала ҡоштарының майҙанға осоп килеп, атылған уҡтарҙы шунда уҡ суҡыштары менән тотоп алыуҙары булды, ти. Йыйылған халыҡ та, батша үҙе лә был хәлгә ауыҙҙарын асып, шаҡ ҡаттылар ҙа ҡалдылар, ти.

~шо хәлдән һуң батшаға: «Был берәй ен ҡағылған әҙәмдер! Уны үлтерәм тип, башыңа әллә ниндәй бәлә-ҡаза алыуың бар. Булмаһа, уның менән яҡшыраҡ ҡыланырға кәрәк», – тигән уй килгән. Шунан ул үҙенең һанаттарына:

– Был егетте минең һарайҙағы берәй бүлмәгә урынлаштырығыҙ. Яҡшы итеп кейендерегеҙ, теләгән нәмәһен ашатығыҙ-эсерегеҙ, үҙен һаҡлап ҡына йөрөтөгөҙ, ҡасып китмәһен. Т®ҙем ҡайтҡас, нимә эшләтергә белермен әле, – тигән дә күрше батшаның үҙе ғашиҡ булып йөрөгән ҡыҙы янына китеп барған.

Был йәш батша күрше батшаның ҡыҙына әллә нисә тапҡыр яусы ебәреп ҡараһа ла, ҡыҙ риза булмаған икән. Шуның өсөн был юлы егет батша унда үҙе бармаҡсы булған.

Батша алыҫ юлға сығып киткәс тә, ҡарындашы таҙҙы һаҡ менән йөрөүҙән ҡотҡарҙы, ти. Ҡыҙ уға бөтөнләй ғашиҡ булған да ҡуйған икән. Ҡыҙ ҙа, таҙ ҙа күп уйлап торманылар, ирле-ҡатынлы булып бергә тора ла башланылар, ти.

Берҙән-бер көндө, шулай матур ғына тороп ятҡанда, асыҡ тәҙрәнән бәләкәй генә бер ҡош килеп инде лә әле таҙҙың, әле ҡатынының ҡолаҡ төбөнә генә ҡунып, борсоулы тауыштар сығарып, сут-сут килеп, ашығып-ашығып һайрай башланы, ти. Таҙ быны тыңлап торған да;

– Ағайыңдың эше шәп түгел, берәй бәләгә юлыҡҡан, күрәһең. Был ҡош ана шуны хәбәр итергә килгән,– ти.

– Ни эшләйбеҙ һуң улай булғас? – ти ҡатыны.

– Миңә хәҙер үк уның артынан китергә кәрәк, – ти таҙ.

Шул көндө үк ул өс юлдаш алып, яурынына мылтыҡ аҫып, сәфәргә сығып та китте, ти. Эй баралар, эй баралар, ти, былар. Бара торғас, бер урманға барып еттеләр, ти. Шунда улар ҡунып китергә булалар. Таҙҙың юлдаштары ятҡас та йоҡоға киткән. Таҙ үҙе йоҡламай ғына ята икән, яҡында ғына ҡысҡырышҡан тауыш ишетә был. һикереп тора ла, мылтығын алып, шул тауышҡа табан китә. Барһа, бер ағас төбөндә ике шайтан балаһы һуғышып ята икән. Таҙ быларҙан:

– Нимә бүлешәһегеҙ? – тип һорай.

Шайтан балаһының береһе:

– Атайыбыҙ үлде лә, унан кейгән кешенә үҙе йөрөтә торған бер итек, кейгән кешене күҙҙән юғалта торған бер кәпәс, ултырған кешене осортоп йөрөтә торған бер кейеҙ ҡалғайны. Бына шуларҙы бүлешәбеҙ, нәмәләр өсәү, ә беҙ икәү. Бына шуны тигеҙ бүлә алмай һуғышып киттек, – ти.

Шайтандың икенсе балаһы:

– Бик һәйбәт килеп сыҡтың әле һин, бына ошо өс нәмәнең береһен һиңә бирәйек тә, беҙгә лә тигеҙ ҡалыр, ҡысҡырыш та бөтөр, – ти.

Таҙ быларға:

– Бер ҙә юҡ өсөн ҡысҡырышаһығыҙ икән; мин һеҙҙе, нәмәләрегеҙҙе алмайынса ла, килештерермен, – тигән була.

Шайтан балалары:

– Зинһар килештерә күр! – тиҙәр.

– Бына мин мылтығыма ҡырҡ бөртөк дары һалам да, шуларҙы урман эсенә атып ебәрәм. Шул дарыларҙы ҡайһығыҙ күберәк йыйып килтерһә, шуға ике, аҙыраҡ йыйғанығыҙға бер генә нәмә булыр, – ти.

Шайтан балалары: «Ярай ҙа ярай», – тип риза булалар.

Таҙ шайтан балаларының күҙ алдында ҡырҡ бөртөк дарыны һанап мылтығына һалды ла атып ебәрҙе, ти. Шайтан балалары мылтыҡ атылған яҡҡа табан югерешеп китәләр. Улар киткәс тә, таҙ баяғы нәмәләрҙең өсөһөн дә алып иптәштәре янына килә. Кәпәс менән итекте тоҡсайына һала, шунан һуң иптәштәрен уятып, оса торған кейеҙгә дүртәүләп ултыралар ҙа осоп та китәләр.

Шайтан балалары дары бөртөктәрен әҙләп ҡалдылар, ти. Әле булһа шуны эҙләп йөрөйҙәр икән, ти, улар.

Егеттәр шул көндө үк теге батшалыҡҡа барып еткәндәр. Батшаның башҡалаһына ингәс, былар бер йортҡа туҡтап, аяҡ кейеме тегә башлағандар. Шунда ук бөтә ҡалаға атаҡлы итексе булын та киткән былар.

Ҡалаға килеп, итекселек эшенә башлауҙың беренсе көнөндә үк был егеттәргә, тәүге кеше булып, батшаның ҡыҙы үҙе килгән. Ул итекселәргә иртәгә кискә тиклем донъяла ише лә, бер ниндәй оҡшашы ла булмаған, йөйө лә, теккән әҙе лә беленмәгән бер һыңар ҡата эшләргә ҡушып киткән. Итекселәр, был ҡатаның уң аяҡҡамы, әллә һул аяҡҡамы икәнен һорап ҡалырға ла онотҡандар, ти. «Ярай, ҡайһы аяҡтыҡы кәрәк булһа, шуныһын алыр», – тип, былар бер пар ҡата тегергә булдылар, ти.

Икенсе көндө иртә менән, ҡаталар тегелеп бөткәс, үҙемдең батшамды әҙләп китәйем әле тип, таҙ урамға сыҡһа, ҡапҡа алдында, башын һалындырып, теге йәш батша үҙе ултырмаһынмы! Ул да ошо йортҡа төшкән икән. Таҙ үҙен таныттырмай ғына:

– Егет, ни эшләп бик бойоҡ ултыраһың, башыңа берәй бәлә төштөмө әллә? – тип һораған була.

– Бәләнең дә ниндәйе әле! – ти егет батша. – Был ҡалала минең ярҙамсым да, таянысым да юҡ. Иртәгә кискә батша ҡыҙы мине энә менән тунатып үлтерәсәк, – тип илап та ебәрҙе, ти, был.

– Берәй төрлө яманлыҡ эшләгәнһеңдер шул, – тигән була таҙ.

Шунан егет батша үҙенең бөтә ҡайғыһын һөйләп биргән.

– Мин бында алыҫ ерҙән, икенсе батшалыҡтан, ошо батша ҡыҙын үҙемә һоратып килгәйнем, ул миңә өс шарт ҡуйҙы. Беренсе шарты шул: донъяла ише дә, оҡшашы ла булмаған бер пар әйберҙең бер һыңары батша ҡыҙында икән. Бөгөн кискә мин ана шуның икенсе һыңарын табып алып барырға тейешмен. Алып бармаһам, мине энә менән тунатып үлтерә. Әсәнсе көн инде, бына шуға, китте баш, ҡалды муйын һерәйеп, тип, ни эшләргә лә белмәй, ҡайғырып ултырам, – ти батша.

– Тапҡанһың икән ҡайғырыр нәмә! – ти таҙ. Т®ҙең шундай ебеп төшкән бер өгөт булғас, ярҙам итәйем әйҙә, – тип, таҙ теге ҡатаның бер һыңарын алып сығып уға тоттора ла:

– Батша ҡыҙына бына шуны алып барырһың, – ти.

Егет батша нимә тип әйтергә белмәй аптырап ҡала.

Шул арала батша ҡыҙы үҙе лә һыңар ҡатаны һоратып алдыра.

Кис менән теге егет батша, кеҫәһенә һыңар ҡатаны һалып, бындағы батшаның ҡыҙы янына китә. Таҙ ҙа, баяғы шайтан кәпәсен кейеп алып, уның артынан бара. Батша ҡыҙы янына ингәс, ул кеше ҡағылмаҫлыҡ бер урынға баҫа ла тегеләрҙең нишләшкәнен тыңлап тора.

Батша ҡыҙы:

– Йә, егет, мин һораған нәмәне алып килдеңме, күрһәт әле! – тип, бик эреләнеп кенә үҙендәге һыңар ҡатаны сығарып, өҫтәлгә ҡуйҙы, ти.

Егет батша:

– Беҙҙең ерҙә хәйерселәр шундай ҡата кейә! Мә, үҙеңә оҡшағас, икенсе һыңарын да алып килдем, парлап кейерһең,– тип ҡатаны сығарып, тегенеке янына ҡуя.

Ҡыҙ батша ҡаталарҙы ҡараны ла, төҫтәрен үҙгәртеп:

– Ярай, бер шартымды үтәнең, икенсе шартымды ла үтәп ҡара инде. Иртәгә мин һораған нәмәне үҙең белеп алып кил; белмәһәң, йәнең сығырын төшөнөп кил, – тип батшаны сәй ҙә эсермәй сығарып ебәрә.

Таҙ сыҡмай ҡала. Батша ҡыҙы бик шәп йөрөй торған атһыҙ арба әҙерләтеп, үҙе менән алтындар алып, ҡаланың иң ситендәге бер күрәҙә ҡарсыҡҡа китә. Шайтан кәпәсле таҙ ҙа, үҙе йөрөтөр шайтан итеген кейеп, ҡыҙ артынан бара.

Ҡыҙ күрәҙә ҡарсыҡҡа:

– Әбей, бөтмәҫ бәләгә юлыҡтым, нисек ҡотолорға? – тип, егет батша менән ике аралағы хәлде һөйләп бирә.

Күрәҙә ҡарсыҡ:

– Былай булһын: бына миндә бер ебәк яулыҡ бар. һиңә шуның яртыһын биреп ебәрәм. Ул яулыҡтың бер ерҙә лә ише юҡ. һин ул егеттән шул яулыҡтың ҡалған яртыһын эҙләтеп башын ҡаңғырт, – тигән да үҙенең йыйып ҡуйған иҫке-моҫҡо әйберҙәре араһынан бер яулыҡ алып, яртыһын ҡыҙға йыртып биргән, яртыһын тағы һандығына һалып ҡуйған, ти.

Батша ҡыҙы был эште бик яҡшы күреп, әбейгә бик күп алтын биреп китте, ти. Таҙ, күҙгә күренмәй генә әбейҙең йәшереп ҡуйған ярты яулығын алып, үҙенең егет батшаһы янына ҡайтты, ти.

Батша бик бойоғоп, ашамай-эсмәй, илай-илай ултыра икән. Батша, таҙҙы күргәс тә, шатланып:

– Әйҙә, түргә уҙ! – тип, юғары ултырта. Шунан уға: – Бөгөн эшем харап. Батша ҡыҙы миңә: кәрәк нәмәне үҙең белеп алып кил, тине лә сығарып ебәрҙе. Зинһар миңә ярҙам ит! – тип ялына башлай.

– Юҡ өсөн ҡайғырма! – ти таҙ. – Бына һиңә ярты яулыҡ. Барып ингәс тә батша ҡыҙы һинән, ошо яулыҡтың үҙендәге яртыһын сығарып, ҡалған яртыһын һорар. Шул саҡта һин бына шуны сығарып бирерһең, – ти.

Батша быға уғата шатланып, иртә менән батша ҡыҙы өйөнә китә. Таҙ ҙа, кәпәсен кейеп, бының артынан бара. Барып ингәс тә, батша ҡыҙы:

– Йә, мин һораған нәмәне үҙең белеп алып килдеңме? – ти.

Батша бер ҙә сер бирмәй генә:

– Алып килдем, – тип, яулыҡтың үҙендәге яртыһын сығарып ҡуя: – Быны беҙҙә хәйерсе ҡарсыҡтар бәйлән йөрөй, үҙеңә оҡшағас, икәүһен бөргә ҡушып тек тә башыңа бәйлә,– тигән була.

Ҡыҙ яулыҡтарҙы сағыштырып ҡарай ҙа, был эшкә иҫе китеп, саҡ-саҡ һуштан яҙмай. Шунан ул:

– Егет, шартымдың икеһен үтәнең, инде өсөнсөһө ҡалды. Иртәгә йә һинең башың бөтә, йә мин һинең ҡатының булам. Өсөнсө шартым шул: иртәгә миндә булған әйберҙәрҙең ишен алып кил, – тип, тегене сәй ҙә эсермәй сығарып ебәрә.

Батша ҡыҙы шунда уҡ, бер көнлөк юлды бер сәғәттә үтә торған кәмәгә ултырып, донъя ситендәге утрауҙа йәшәгән алтын сәсле бер сихырсы әбейгә китте, ти. Ҡыҙ кәмәһе менән ҡуҙғалып киткәс тә, таҙ ҙа, баяғы шайтан кәпәсен кейеп, оса торған кейеҙгә ултырҙы ла батша ҡыҙы артынан китте, ти.

Сихырсы ҡарсыҡтың өйөнә бергә барып инделәр, ти, былар. Таҙ, ингәс тә, бер яйлыраҡ урынға боҫоп ҡына ултырған. Батша ҡыҙы, ҡарсыҡ менән иҫәнләшкәс:

– Эй, әбекәйем! Минең башыма бәлә тарыны, – тип, илай-илай һөйләй башлаған, – Ер уртаһындағы батшалыҡтан бер егет мине һоратып килде, мин уға, атайым менән һөйләшеп, өс шарт ҡуйғайным, шуның икеһен үтәне инде, береһе генә ҡалды. Иртәгә уныһын да үтәһә, мине үҙе менән алып китәсәк. Өсөнсө шартым өсөн, миңә ике-өс кенә бөртөк алтын сәсеңде бирә күр. Мин бер нисә бөртөк алтын сәсле булырмын да ул егеттән дә шундай сәс бөртөктәрен табып килтереүҙе һорармын тигәйнем, – тигән.

Әбей, риза булып, башынан өс-дүрт бөртөк сәсен йолҡоп алырға ҡушты, ти. Ҡыҙ әбейҙең сәсен берәр бөртөкләп кенә йолҡҡан арала күҙгә күренмәҫ таҙ ун-ун биш бөртөктө бер юлы тартып алды, ти. Әбей ауыртыуға түҙә алмай яман ҡысҡырып ебәрҙе, ти.

Шунан батша ҡыҙы үҙенең кәмәһе менән, таҙ кейеҙе менән ҡайтып китте, ти.

Таҙ барып ингәндә, батшаһы аунай-аунай илап ята икән.

– Йә, туғанҡай, иҫән бул: минең иртәгә аҙаҡҡы көнөм, һин мине үлемдән ике тапҡыр алып ҡалдың, ә мин һиңә бер яҡшылыҡ та эшләй алманым. Бәхил була күр инде,– тип, тағы ла шәберәк иларға тотонған.

Был хәлде күреп, таҙ:

– Илама юҡҡа, һөрт йәшеңде, батша ҡыҙы һинеке булыр. Бына һиңә ул һораясаҡ нәмә! – тип, кеҫәһенән бер ус алтын сәс сығарып биргән. – Иртәгә батша ҡыҙына биргәндә, беҙҙә быны олтораҡҡа һалып йөрөтөлөр, тип әйтергә лә онотма! – тигән.

Батша иртә менән, бер ус алтын сәсте алып, батша ҡыҙы янына китте, ти. Был барып ингәс тә ҡыҙ:

– Йә, мин һораған нәмәне алып килдеңме? – тип һораған. Егет батша:

– Алып килдем, – тигәс, ҡыҙҙың төҫтәре үҙгәреп, ҡобараһы осоп китте, ти. Шунан һуң ул:

– Алып килһәң, ҡайҙа, күрһәт! Бына ошондай алтын сәстәрең бармы? – тип, өс-дүрт бөртөк алтын сәс сығарған.

Егет батша:

– Иҫең киткән икән юҡ нәмәгә! Беҙҙә уны олтораҡҡа һалын йөрөтәләр. Кәрәк булһа, йөкләп килтерергә була. Мә, берәй олтораҡлыҡ бирәйем, теге ҡатаңа һалып йөрөрһөң, – тип, кеҫәһенән алтын сәстәрҙе сығарып һалған.

Шунан һуң ҡыҙ, үҙенең тамам еңелеүенә ышанып, егет батшаға кейәүгә барырға риза булды, ти.

Былар ун көн, ун төн туй яһап, егет батшаның ҡалаһына ҡайтып киттеләр, ти. Таҙ ҙа үҙ иптәштәрен, кейеҙенә ултыртып, осортоп алып ҡайтып китте, ти. Былар ярты көндө ҡалаға ҡайтып инәләр. Ҡайтҡас, таҙ үҙенең ҡатынына булған хәлде башынан-ахырынаса һөйләп, ағаһының күрше батша ҡыҙын үҙенә бисәлеккә алып, юлға сығыуын хәбәр итә.

Хәтһеҙ көндәр үткәс, тегеләр ҙә ҡайтып төшкән. Батша үҙенең ҡарындашы менән күрешеп, баштан үткән, күргән хәлдәрен берәм-берәм һөйләгән.

– Теге ҡош телен белеүсе егеткә һуйған да ҡаплаған бер егет бик ҙур эштәр күрһәтте. Ул булмаһа, ҡыҙҙы ла алып ҡайта алмай инем, үҙемдең дә башым киҫелгән булыр ине, – ти икән.

Ҡарындашы:

– һиңә ҙур эштәр күрһәткән егет беҙҙәге егеттең тап үҙе булһа, ни әйтерһең? –тип һораған.

Батша:

– Ярты батшалығымды бирергә лә риза булыр инем, –тигән.

– Улай булһа инде, ағай, һүҙендә тор, һиңә ярҙам итеүсе, ҡыҙ алып биреүсе хас шул егет үҙе була. Ул егет хәҙер минеке, мин – уныҡы, һин үҙеңә туй яһаған кеүек, беҙгә лә шатлыҡ булһын. Ул һинең артыңдан бер ай һуң китте, бер ай элек ҡайтты. Уның оса торған кейеҙе, кешегә күрһәтмәй йөрөтә торған кәпәсе, сапҡын атты ла еткермәй торған итеге бар. Бына шулар менән ул һине бәхетле иткән, – тип һөйләп биргән.

Был хәбәрҙе ишеткәс, батша таҙҙы тиҙерәк саҡыртып алды да уға ярты батшалығын да, үҙенең ҡарындашын да бирҙе, ти. Өҫтәүенә уны үҙенең һанаты итеп ултыртты, ти.

Таҙ, баш һанат булып алғас, бәләкәйерәк һанатты саҡыртты ла:

– Хәҙер үк бынау кейеҙгә ултыр ҙа минең атайым менән әсәйемде, ике ағайымды алып кил! – тип бойорған.

Теге һанат юлға сығып киткәс тә, таҙ ҡатынынан ҡаҙан аҫтырҙы, үҙе лә аш-һыу әҙерләшергә тотоноп китте, ти. Бер ҡаҙан картуф бешеүгә баяғы һанат таҙҙың атаһы менән әсәһен, ике ағаһын осортоп алып та килде, ти.

Таҙ батша һарайында ҙур табын йыйып, иң түргә атаһы менән әсәһен, улар эргәһенә ике ағаһын ултыртты ла өҫтәл тултырып ҡара икмәк турап ташланы, шунан иң уртаға бер ҡаҙан картуф килтереп ҡуйҙы, ти. Ҡунаҡтарҙың алдына ҡабығы-ниһе менән бергә сабата ҡалыбы саҡлы бешкән картуф һалып сыҡты ла атаһы менән ағаларына ҡарап:

– һеҙ мине ете юл сатлығында күргән төшөмдө һөйләмәгән өсөн өйҙән ҡыуып сығарғайнығыҙ. Мин ул төшөмдө ҡатыныма да, батшаның үҙенә лә, башҡа батшаларға ла һөйләмәй йөрөнөм. Бына хәҙер шул төштө һөйләр саҡ килеп етте, – тигән дә, шул ерҙә бер телем икмәк менән ҡалып саҡлы бер картуфты ашап алған. Шунан тағы һөйләп киткән:

– Шулай, бынан хәтһеҙ ваҡыт элек Йомағош тауы буйына барып, Бикә шишмәһенең һыуы менән ете ҡат йыуынып-таҙарынып, шундағы ете юл сатлығына сығып, йәшел сирәм өҫтөнә ятып йоҡлағас, төшөмдә батша һарайы эсендә табын ҡороп, һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә бөгөнгөләй йыйып алып, үҙемдең ҡатыным булған батша ҡыҙы менән бына хәҙергеләй ҡара-ҡаршы ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып, ошолай ҡара икмәк менән туйғансы картуф ашап ултырыуымды күргәйнем. Бына шул төшөм бөгөн килеп раҫ булды, – тигән.

Шунан таҙҙың атаһы:

– Ҡыуып сығарғаным өсөн мине ғәфү ит инде, улым,– тигән. – һиңә шуныһы ла мәғлүм булһын: һин һанат ҡына булып ҡалмаҫһың, батша ла булырһың әле. Ни өсөн тиһәң, ҡара икмәк менән картуфтың ҡәҙерен белгән кеше хур булмай ул, – тип һүҙен бөтөргән.

Таҙҙың ата-әсәләре, ағалары, башҡа ҡунаҡтар ҙа кара икмәк менән бер ҡаҙан картуфты ашап бөтөрөп, ете ҡат тир сыҡҡансы фамильный сәй эстеләр ҙә таралыштылар, ти.

Күп тә үтмәне, таҙҙың атаһы әйткән һүҙҙәр дөрөҫ булып сыҡты, ти. Баяғы йәш батша ҡара икмәк менән картуфты аш итеп һанамағаны өсөн батша булып оҙаҡ ултыра алманы, ти. Таҙ үҙе батша булып алды, ә теге батша уның баш һанаты булып ҡалды, ти.