Таң атҡансы(шиғыр). М.Дилмөхәмәтов

Таң атҡансы (Шиғыр )
автор М.Дилмөхәмәтов
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Таң атҡансы


 Таң атҡансы, Ҡыш бабабыҙ
 Тау-тау ҡар өйөп киткән.
 Көндөҙөн дә йоҡламай ул,
 Ҡасан ял итә икән?
 Ҡайһы төндә, дыу килтереп,
 Әсе буран ҡуптара.
 Өйгә инер ине лә бит,
 Ишектәр бикле тора.
 Әллә шуға асыу итеп
 Йә һөнәрен күрһәтеп,
 Тәҙрәләргә яһап китә
 Биҙәк-биҙәк һүрәтен.


1996 йыл