Тейен менән бүре(әкиәт). Л.Толстой

Тейен менән бүре(әкиәт) (әкиәт)
автор Лев Толстой
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Тейен менән бүре


 Ботаҡтан ботаҡҡа һикереп, уйнап йөрөгән тейен йоҡлап ятҡан бүре өҫтөнә барып төштө. Бүре ырғып торҙо ла уны ашарға уйланы.
— Ебәр мине,— тине тейен үтенеп.
-— Ярай,— тине бүре,— мин һине ебәрермен. Тик һин миңә әйт әле, ниңә һеҙ, тейендәр, шул тиклем шат йәшәйһегеҙ? Миңә һәр ваҡыт күңелһеҙ. Ә һеҙгә ҡараһаң, гел генә һикереп, уйнап йөрөйһөгөҙ.
— Был турала мин ағас башынан әйтермен, ебәр, юғиһә, һинән ҡурҡам,— тигән тейен.
Бүре уны ебәрә, ағас башына менгәс, тейен:
— Уҫал булғаның өсөн һиңә күңелһеҙ, бүре. Боҙоҡлоғоң йөрәгеңде ҡыҫа. Ә беҙ изге күңелле, бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәйбеҙ. Шуға күрә лә шат йәшәйбеҙ,— тигән.


1996 йыл