Телефонсы ҡыҙ (шаярыу). Баязит Бикбай


автор Автор:Баязит Бикбай (1909—1968)
Ижад итеү ваҡыты: 1957. Сығанаҡ: "Һәнәк", 2009 й., №1


Телефонсы ҡыҙ (шаярыу)


Мин телефонсы бер ҡыҙҙы
Бигерәк янып яратам,
Эс серемде асыр өсөн,
Көн һайын шылтыратам.

Оҙаҡ-оҙаҡ шылтыратам,
Телефоны буш түгел.
Әллә телефон буш түгел,
Әллә үҙем иш түгел?..

Номерҙарҙы йыя-йыя
Шыбыр тир булып бөтәм,
Трубканы ҡуймайынса,
Яуап көтәм дә көтәм...

Телефоны, телефоны
Ҡасан буш булыр икән,
Беҙҙең ҡайнар йөрәгебеҙ
Бергә ҡушылыр икән?..

Телефоны бушамаһа,
Сыбыҡтары өҙөлһөн,
Әйҙә, ҡыҙҙың да йөрәге,
Минекеләй, теленһен!


1957