Теләйһеңме? Фирүзә Абдуллина.


Теләйһеңме? (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 08.07.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *



Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам?
Һинең өсөн.
             Ҡарап күҙеңә
Мырлап ҡына яуап ҡайтарырмын
Һинең һәр бер ҡушҡан һүҙеңә.

Аяғыңа килеп һылашырмын,
Ҡыуһаң - һүҙһеҙ генә китермен,
Мырлап-йырлап бөтә хәсрәтеңде,
Сирҙәреңде алып бөтөрмөн.

Ҡулдарыңа ҡарап өмөт менән
Наҙҙарыңды тыныс көтөрмөн,
Тик бер көнгә бөтә йәшәүеңде
Йырлы-мырлы донъя итермен.

…Теләйһеңме, бөгөн бесәй булам?
Була күрмә миңә ҡатынан,
Һин онотма: инә арыҫлан да
Ана шул уҡ бесәй затынан!