Башланып китте уҡыуҙар «А» тигән хәреф менән, Атайҙарыбыҙ ҙа элек Башлаған ана шунан. «Я» тигән һуңғы хәрефкә Барып еткәйнек бер саҡ, Бөтә серҙәрен һөйләргә Асылды беҙгә китап. — Тырыш булығыҙ уҡыуҙа, Тырышты һөйә белем. Атаң шатланһын үҙеңә, Ҡыуанһын Тыуған илең!