Теләк. М.Аҡмулла

Теләк
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Теләк


Хөрмәтле борадәрем аҡылы ашҡан!

Кеше булмаҫ күңелен мутлыҡ баҫҡан.

Булмаһын арабыҙҙа хәрәмселек,

Оятһыҙ, яҡын менән яманлашҡан.

Һыйырһыңмы яҡын менән сауҙалашҡан?

Уңмайҙыр сауҙагәр күп һатыулашҡан.

Донъяла бар теләгем - һеҙҙең менән

Ҡушылып, мәңгелеккә айырылмаҫтан.

Яҡыным, тип, яҡыныңа инанмағыҙ,

Дошманлыҡ был заманда - ҡарындаштан.

Теләк шул: булһа булһын сын ихластан,

Эскән-ейгән таҙа булһын әүүәл баштан.

Ҡаҙаҡта боронғонан бер мәҡәл бар,

Әйткәндәр: ауырыу - аштан, дау - ҡарындаштан.



Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр