Борон-борон заманда Уралтау биленә һыйынып ҡына ултырған бер ауылда абей менән бабай йәшәгән, ти. Уларҙың һаҡал ҡушаматлы кәзәһе, Аҡбикә тигән бесәйе, йәйғор ҡойроҡло Әтәстәре бар икән.
Тауис ҡош та ул заманда Уралда йәшәгән, ти. Тик уның әлеге һымаҡ ялтыр ҡойроғо булмаған. Йәмһеҙ генә ҡош икән Тауис.
Берҙән-бер көндө әбей һаҡалды аҡланда көтөргә сыҡҡан. Әтәс менән Аҡбикәһен дә эйәртеп алған. Әбей ойоҡбаш бәйләп ултырған арала Әтәс юғалған да ҡуйған. Улар өсәүләп Әтәсте эҙләп ҡарағандар, ләкин таба алмай ҡайтып киткәндәр.
Аҡбикә түҙмәгән, төндә бер үҙе Әтәсте эҙләй сыҡҡан, һаҡал да уның менән бармаҡсы булған да, ысҡына алмаған. Бабай уны төнгөлөккә бәйләп ҡуйған икән. Өс көн, өс тән эҙләгән дуҫын Аҡбикә. Дүртенсе көндө генә ҡайын ботағында бойоғоп ултырған Әтәсте шәйләп ҡалған. Йолҡошҡа әйләнгән дуҫын күреп һушы киткән.
— Нимә булды? Ҡойроғоң -ҡайҙа?-—- тип ғәжәпләнгән.
— Тауис ҡош минең матур ҡойроғомдо һорап алып торғайны. Көньяҡтағы туғандарыма ҡунаҡҡа ғына барып киләм, тигәйне. Үҙе һаман юҡ та юҡ,— тип иламһыраған Әтәс.
— Ҡуй, илама! Килтерәм, тигәс, килтерер. Әйҙә, бергә көтәйек,— тип Бесәй ҙә ҡайынға үрмәләгән.
Йәнә өс көн, өс тән көткән былар. Сабырлығы бөткән Аҡбикә Әтәскә:
—- Әйҙә ҡайтайыҡ инде. һыналмаған дуҫтарға ҡойроҡ тиклем ҡойроғоңдо бирәләрме инде? Исмаһам, беҙгә кәңәш итер инең башта,— тигән.
Улар Тауисты көткән арала Әтәскә йәшелле- ҡыҙыллы матур ғына яңы ҡойроҡ та үҫеп сыҡҡан, ти.
Хужалар Аҡбикә менән ҡайтып ингән Әтәсте йыуатып, ашатып, ҡунаҡсаға йоҡларға ултыртҡан, ти.
Бер заман, төн уртаһында таң атып килгәндә, тирә-яҡты яңғыратып, Әтәс ҡысҡырып ебәргән. Әбей менән бабай хайран ҡалған, ти. Улар йоҡоға талып, бер сәғәт үтеүгә, Әтәс тағы һөрәнләгән. Сәғәт һайын өҙгөләнеп ҡысҡырған ул. Уның уғры Тауисҡа: «Ҡойроғомдо килтереп кит!»—тип ҡысҡырғанын бары тик Аҡбикә генә аңлаған.
Әтәс әле һаман төн оҙонона үҙенең элекке йәйғор ҡойроғон һағынып һөрәнләй икән. Әбей менән бабай быға инде күптән өйрәнгән, ти. «Ҡайһылай ваҡытты белеп ҡысҡыра. Иҫән генә булһын Әтәсебеҙ!»— тиҙәр икән.