Тилебаш! (Пушкин/Ситдиҡова)

Делибаш
автор Пушкин Александр Сергеевич (1799—1837)
Рус теленән тәржемә. Төп телдә исеме: Делибаш. — Ҡара 1829 йылғы шиғырҙар. Ижад итеү ваҡыты: 1829. Нәшер ителгән: «Северные Цветы» на 1832 год, СПб., 1831, стр. 58 отдела «Поэзия».



* * *


Перестрелка за холмами;
Смотрит лагерь их и наш;
На холме пред казаками
Вьется красный делибаш.

5 Делибаш! не суйся к лаве,
Пожалей свое житье;
Вмиг аминь лихой забаве:
Попадешься на копье.

9 Эй, казак! не рвися к бою:
Делибаш на всем скаку
Срежет саблею кривою
С плеч удалую башку.

13 Мчатся, сшиблись в общем крике.
Посмотрите! каковы?....
Делибаш уже на пике,
А казак без головы.


<1829>


Тилебаш


Тау артлап атыштар бара;
Яҡтар ҡыла тамаша;
Тилебаш дыуамал, ҡара,
Атта елә тау аша.

Тилебаш! инмә алышҡа,
Йәллә әүәл йәнеңде,
Амин, тип ауаз һалышҡа
Һөңгө тишер тәнеңде.

Әй казак! яуға атылма,
Ҡайҙа шулай ашҡындың:
Тилебаш ярһыу атында
Ҡырҡып алыр башыңды.

Еләләр, үс-нәфрәт таша,
Бер кем һелтәнмәй яҙа:
Һөңгө үткән тиле аша
Һәм башһыҙ ята казак.


<1829>

«Делибаш» - А.С. Пушкиндың урыҫ-төрөк һуғышы ваҡытында яҙған шиғыры. Шиғырға атама биргән һүҙ төрөк сығышлы һәм беҙгә тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора - тилебаш, йәғни, дыуамал.