Тирмә(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

Тирмә ( әкиәт )
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Тирмә


 Ялан уртаһында тирмә тора. Уның эргәһенән Сысҡан үтеп бара ине, тирмәне күрҙе лә туҡтаны.
— Тирмә-тирмәкәй!.. Был тирмәлә кем йәшәй? — тип һораны ул.
Тик берәү ҙә уға яуап бирмәне. Сысҡан тирмәгә инде лә шунда йәшәргә ҡалды, һикергеләп тирмә янына Әрмәнде килде. Ул да:
— Тирмә-тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй? — тип һораны.
— Мин — Ҡыр сысҡаны. Ә һин кем?
— Мин — Әрмәнде.
— Әйҙә, бергәләп йәшәйек.
Әрмәнде тирмә эсенә һикереп инде, һәм улар икәүләп тора башланы.
Тирмәне етеҙ аяҡ Ҡуян күреп ҡалды.
— Тирмә-тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй? — тип һораны.
— Мин — Ҡыр сысҡаны.
— Мин — Әрмәнде, ә һин кем?
— Мин — Йүгерек ҡуян.
— Әйҙә, беҙҙең янға.
Ҡуян тирмә эсенә һоп итеп ырғып инде лә, өсәүләп донъя көтә башланылар.
Тирмәне Төлкө күреп ҡалды. Тәҙрә туҡылдатты.
— Тирмә-тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй? — тип һораны.
— Мин — Ҡыр сысҡаны.
— Мин — Әрмәнде.
— Мин — Йүгерек ҡуян, ә һин кем?
— Мин — Төлкөбикә, алығыҙ янығыҙға.
— Әйҙә, ин, бергәләп йәшәрбеҙ.
Төлкөбикә лә тирмәгә инә. Яҡында ғына Һоро бүре үтеп бара ине, ишектән ҡараны ла:
— Тирмә-тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй? — тип һораны.
— Мин — Ҡыр сысҡаны.
— Мин — Әрмәнде.
— Мин — Йүгерек ҡуян.
— Мин — Төлкөбикә, ә һин кем?
— Мин — Һоро бүре.
— Әйҙә, һин дә беҙҙең менән йәшә, күңелле булыр.
Йырҙар йырлап, бергәләшеп йәшәйҙәр, ти, былар.
Йыр тауышын ишетеп, бер мәл Тайыштабан айыу тирмә эргәһендә туҡтаны ла бар көсөнә аҡырып ебәрҙе:
— Тирмә-тирмәкәй! Кем был тирмәлә йәшәй?!
— Мин — Ҡыр сысҡаны.
— Мин — Әрмәнде.
— Мин — Йүгерек ҡуян.
— Мин — Төлкөбикә.
— Мин — Һоро бүре, ә һин кем?
— Мин — Тайыштабан айыу, мине лә янығыҙға алығыҙ!!!
— Әйҙә, бергәләп йәшәрбеҙ.
Айыу ҙа тирмәгә инергә уйлай, тик, нисек кенә тырышмаһын, булдыра алмай.
— Ярай, мин тирмә башында йәшәрмен, — ти аҙаҡ.
— Ә һин беҙҙе тапап иҙмәҫһеңме? — тиҙәр башҡалар.
— Ҡурҡмағыҙ, тапамам! — ти айыу.
— Әләйһә, мен.
Айыуҙың өҫкә менеүе була, бах, тирмә емерелеп тә төшә. Йәнлектәр саҡ-саҡ сығып өлгөрәләр. Ярай әле үҙҙәре: Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, Йүгерек ҡуян, Төлкөбикә, Һоро бүре, Айыу иҫән ҡалалар. Аҙаҡ бөтәһе бергә бүрәнә ташырға, таҡта ярырға, яңы тирмә төҙөргә тотоналар. Бик матур ҙур тирмә төҙөйҙәр улар!

 


2006 йыл