Томан (Л.Һаҡмар)

Томан(Л.Һаҡмар) (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1999. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (67-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Томан


Бейек йорттар буй етмәле,
Сикһеҙ юлдар – өс аҙым.
Бер һикереп ҡанат елп тә
Болоттарға осаһы…

Бер ынтылһаң – хыял күге
Алыр кеүек ҡосаҡҡа,
Тик ниңә һуң ялҡын түгел,
Һалҡын осҡон – усаҡта??

Тик шәүләһе бәхетемдең
Томан аша яҡыная,
Әллә көлә, әллә илай?
Йөҙө болот таҡыяла…

Әллә атлай, әллә йөҙә
Миңә табан киләсәгем,
Ярым-йорто йәнем-ҡотом,
Беләсәгем, күрәсәгем.

Эргәләге һинән башҡа,
Буй етмәле өйҙән башҡа,
Өс аҙымлыҡ юлдан башҡа
Бер ниҙә юҡ был киңлектә,
Был һиллектә, тилелектә.
Томан ғына ҡосағымда,
Һалҡын ялҡын – усағымда…
Тауышланма,
Шым!
Йөрәгем
Ҡалды хистәр утрауында.



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.