Тормош гөрләй Уран ерендә

Тормош гөрләй Уран ерендә
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2015. Нәшер ителгән: 2015. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Тормош гөрләй Уран ерендә // «Башҡортостан» гәзите, 2015, 10 июль.


Тормош гөрләй Уран ерендә

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшө — Уран ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәре. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабында билдәләүенсә, Өрйә йылғаһы буйындағы Уртауыл XVII быуатта урандар күпләп йәшәгән төбәк булған. Ул Киҫәкҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында урынлашҡан, атамаһы шунан килә. 1847 йылда Уртауылдың ике тиҫтәнән ашыу кешеһе Беүә йылғаһының уң яҡ ярында «Яңы Уртауыл» исеме алған ауылға нигеҙ һалғандан һуң, Уртауыл «иҫке» булып ҡалған. Бында ике ауылдың уртаҡ атамаһына ҡағылған бер иҫкәрмәгә лә туҡталып китергә кәрәк. Әйтелешенән сығыптыр инде, урыҫ телендәге ҡағыҙҙарҙа Уртауыл «Артауыл»ға әйләнгән. Тарихи сығанаҡтарға күҙ һалмау, телсе ғалимдарға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ауылдарҙың рәсми исеме бөгөн республикабыҙҙың дәүләт телдәрендә Иҫке Артауыл һәм Яңы Артауыл булып йөрөй. Шулай итеп, «Уртауыл» булыуын белһәк тә, бөгөн һүҙебеҙ – Иҫке Артауыл хаҡында.

Һандар һәм дәлилдәр

edit

1795 йылда яҡын тирәлә иң ҙур ауыл һаналған Ҡарманда — 86, ә Иҫке Артауылда 50 хужалыҡ иҫәпкә алынған, уларҙа 285 кеше йәшәгән. Артабан халыҡ һаны тотороҡло арта барған: 1870 йылда 94 йортта — 487, ә тап ярты быуаттан һуң (1920 йыл) 134 хужалыҡта 672 кеше көн иткән. Совет осоронда халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. 1961 йылда нәшер ителгән «Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше» исемле белешмә-китапта ауылда 412 кеше йәшәүе билдәләнһә, 2010 йылда улар 209-ға ҡала, шуларҙың 97-һе – ир-ат, 112-һе – ҡатын-ҡыҙ.

Бөгөн Иҫке Артауылдағы 93 йортта 155 кеше йәшәй, уларҙың 55-е – хаҡлы ялдағылар, 10-ы – сабыйҙар һәм мәк­тәпкәсә йәштәге балалар, 14-е – үҫмер егет һәм ҡыҙҙар. Ауыл халҡының ҡалған 76-һы – хеҙмәткә яраҡлы ир-уҙаман һәм ҡатын-ҡыҙ. Шуларҙың тик 20-гә яҡыны ике крәҫтиән (фермер) ху­жа­лығында һәм бер шәхси эшҡыуарҙа, бюджет учреждениелары булған ауыл клубында һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктында мәш­ғүл. Ҡалғандар – тимер юлда, нефть сығарыуҙа, яҡындағы Нефтекама һәм Яңауыл ҡалаларында эшләй. Хеҙмәт урынын алыҫыраҡ яҡтарҙа табыу­сылар ҙа бар.

Ветерандар – ҙур ғорурлыҡ

edit

Уҙған XX быуаттың икенсе яртыһында ауыл игенселектә һәм тәү сиратта малсылыҡта район, республика кимәлендә алдынғылар рәтендә булған Чапаев исемендәге колхозға ҡараған. Мәҫәлән, Интернет селтәрендә шундай мәғлүмәт бар: «1988 йыл йомғаҡтары буйынса Иҫке Артауыл һөтсөлөк фермаһы, Бөтә Союз социалистик ярышында еңеп сығып, РСФСР дәүләт агропромының һәм Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Үҙәк комитетының маҡтаулы дипломы һәм 1000 һум күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнде».

Фәһим Низамов етәкселегендәге ферма коллективы 155 һыйырҙың һәр береһенән 3724-әр килограмм һөт һауып алғаны өсөн лайыҡ булған бындай хөрмәткә. Ә уртаса һауымды 4000 килограмдан арттырған алдынғы һауынсылар Нәҡибә Билалова менән Фәһимә Ниғмәтйәнова 80-шәр һум премия алған. Ауылдың тырыш малсыларының сираттағы уңышы шулай билдәләнгән.

Бар ғүмерен колхоз эшенә арнаған, оҙаҡ ҡына механизатор, аҙаҡтан ферма мөдире булған, алтмышы тулып күп тә уҙмаҫтан баҡыйлыҡҡа күскән Фәһим Ғарифйән улының 1973 йылда уҡ Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденын алғанын иҫкә төшөрһәк, хужалыҡтың уңыштары бер нисә тиҫтә йыл буйы тотороҡло булғанын аңлауы бер ҙә ҡыйын түгел. Ошондай уҡ бүләккә алдынғы һауынсы Нәғимә Миңләхмәтова 1971 йылда лайыҡ булған, а тағы ике йылдан Октябрь Революцияһы ордены менән наградланған. Ул саҡтарҙа бындай юғары баһа ысын мәғәнәһендә хеҙмәт батырлығы күрһәткәндәргә бирелә ине.

Намыҫлы, фиҙакәр хеҙмәте менән дан-шөһрәт ҡаҙанған, әле хаҡлы ялда һау-сәләмәт ғүмер иткән орденлы мал­сылар Нәғимә Фәтих ҡыҙы Миң­ләх­мәтова, Нәҡибә Ғәбсадиҡ ҡыҙы Билалова, Рауза Фәтих ҡыҙы Дәүләтшина һәм Фә­һимә Сәлих ҡыҙы Ниғмәтйәнова апай­ҙар, башта механизатор, һуңынан бри­гадир вазифаларын башҡарған, ми­ҙал­дар һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бү­ләк­ләнгән Мансур Мөхәмәй улы Сә­рү­әров, Рәил Зәки улы Исламов ағай­ҙар менән яҡындан аралашыу ҙа матур тойғолар ҡалдырҙы. Элекке колхозсылар хужалыҡтарының һәм үҙҙәренең шәхси ҡаҙаныштары менән хаҡлы ғорурлана – быға улар тулыһынса лайыҡ.

— VI класты тамамлағас, мине фермаға хисапсы итеп алдылар, — тип хәтер йомғағын таратты Нәҡибә апай Билалова. — Ул ваҡытта дүрт кеше 60 һыйыр һауа ине, берәйһе сирләһә, уны, шулай уҡ ял итеүселәрҙе алмаштырҙым. Сирек быуат тиерлек һауынсы булдым, хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләп йөрөнөм. 1989 йылда һауымды 4000 килограмдан арттырҙым. Бүләктәрем күп булды: орден-миҙалдарым бар, маҡтау грамоталарым бихисап, «Социалистик ярыш еңеүсеһе», «Биш йыллыҡ алдынғыһы» билдәләре лә байтаҡ.

Ферманың ул ваҡыттағы икенсе «дүрт меңенсе»һе Фәһимә апай Ниғмәтйәнова эшендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары менән наградланған, «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Уның күкрәген бер нисә биш йыллыҡ йомғаҡтары буйынса бирелгән билдәләр ҙә биҙәй. Заманында КПСС-тың район һәм өлкә комитеттары ағзаһы итеп һайланған, ауыл һәм район Советтары депутаты булған.

Дүрт тиҫтәгә яҡын йылын малсылыҡҡа арнаған Рауза Дәүләтшина III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Бөгөн, күп ерҙәрҙәгесә, колхоз тарҡал­ған. Юғары күрһәткестәргә лайыҡ булған, республика кимәлендә билдәлелек яула­ған осорҙар хаҡында һағынып һөйләргә генә ҡалған. Ауылдың ике фермеры ул заман колхозын алмаштырмай шул. Шәхси хужалыҡтарҙа ла ни бары 45 баш һыйыр малы, ике тиҫтәгә яҡын һарыҡ аҫрайҙар. Халҡыбыҙҙың элек-электән тоғро йорт хайуаны булған атты бөтөнләй тотмауҙары күңелде ҡырһа ла, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо шөғөлө ҡортсолоҡҡа ыңғай ҡараш булыуы һөйөндөрә. Ауыл Советы буйынса иң күп умарта – Иҫке Артауылда. Бында шулай уҡ ҡош-ҡорт ишле.

Берҙән-бер яугир

edit

Еңеүҙең оло юбилейы йылында «Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй» тигән иҫтәлекле таҡта берке­телгән йортто урап үтергә ҡыйманым. Рәхим Рәшит улы Хәйҙәров ауылда бер үҙе ҡалған яугир икән. Унан башҡа һуғыш йылдарында арыу-талыу белмәй хеҙмәт һалған ун тыл хеҙмәткәре бар. Үҫмер генә сағынан ололар менән бер рәттән күп эштә ҡатнашҡан, ир-егет ҡорона ингәс, колхоздың алдынғы механизаторы булып киткән, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн «Почет Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән Әхнәф Хәкимов июнь башында ғына яҡты донъя менән хушлашҡан.

Рәхим ағай Хәйҙәров «һуңғы хәрби саҡырыу» буйынса һуғышҡа алына, пехотаға эләгә. Дәһшәтле яу юлдарын 1-се Балтик буйы фронты ғәскәрҙәрендә үтә. Белоруссия, Латвия һәм Литва биләмәләрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән баһа­лана. I дәрәжә Ватан һуғышы орденын да ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә ветеран.

Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы үҙенең һуңғы алышына ун һигеҙ йәшлек Рәхим Рәшит улы 1944 йылдың 22 октябрендә инә. Командирҙары Берлинға тиклем ни бары 70 саҡрым ҡалғанын белдерә. Тик дошманды үҙ өңөндә туҡмарға насип булмай һалдатҡа. «Ур-ра!» ҡысҡырып һөжүм­гә күтәрелгәс, уны дошман гранатаһы аяҡ­тан йыға. Уң бот һөйәге ныҡ йәрә­хәтләнгәнен аҙаҡтан ғына белә яугир. Ауыр яранан аңын юғалтҡан егет көҙгө һалҡын ерҙә, ҡар ҡатыш ямғыр аҫтында тәүлек буйы ҡанһырап ята. Санитарҙар килеп тапҡанда, уның артабан йәшәүгә өмөтө бик аҙ ҡалған була...

Тыуған ауылындағы әсәһенә тиҙҙән «ҡара ҡағыҙ» ҙур ҡайғы алып килә. Шулай ҙа йәш организм үлемде еңеп сыға. Ике аяғының да бармаҡтарын киҫтереп, госпиталдәрҙә тағы ла ярты йыл ятҡандан һуң өйөнә ҡайтып төшә Рәхим ағай. Һаулығы нығый төшкәс, колхозға эшкә сыға. Ғаилә ҡороп, һәүетемсә йәшәп алып китә. Хәрби миҙалдарына хеҙмәт наградалары өҫтәлә. Бөгөн ул балалары тәрбиәһендә, яҙмышынан ҡәнәғәт булып, тыныс тормош кисерә.

Йылы һүҙҙәре лә дауалай

edit

Заманалар ниндәй генә булмаһын, халыҡ һәр ерҙә аҡ халатлы һөнәр эйәләренә – табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына — мохтаж. Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Йәсирә Камалованы эш урынында тап иттем. Ул үҙе ошо ауылдан икән, Удмурт Республикаһының Сарапул ҡалаһында медучилище тамамлаған, өс тиҫтә ярым йыл инде яратҡан шөғөлө менән мәшғүл. Иҫке Артауыл һәм күрше Ноҡрат халҡын хеҙмәтләндерә, барлығы 220 кешенең сәләмәтлеген ҡайғырта.

— Мохтаждарға тәүге медицина ярҙамын ваҡытында һәм тейешле кимәлдә күрһәтергә тырышам, — тип бәйән итте Йәсирә Рәфҡәт ҡыҙы, ҡаралырға килгән ир-уҙамандың ҡан баҫымын үлсәп, уға тейешле кәңәштәр биреп оҙатҡас. – Төп иғтибар, әлбиттә, оҙайлы сирлеләргә, оло йәштәгеләргә һәм балаларға бүленә. Ике ауылда төрлө төркөм инвалидтары ҡырҡтан ашыу, уларҙың һаулығын даими күҙәтеп торам. Хаҡлы ялдағылар ҙа йыш мөрәжәғәт итә.

Сәләмәтлектәре кинәт насарай­ған­дарға «Ашығыс ярҙам» машинаһы саҡыр­тыуҙы, ауырыуҙарҙы Прогресс ауылында урынлашҡан участка йә Яңауылдағы үҙәк район дауаханаларына ебәреүҙе лә хәстәрләй шәфҡәт туташы. Ҡыҫҡаһы, үҙе­нә йөкмәтелгәнде күңел биреп башҡара, дарыуҙар менән дауалауға өҫтәп, һәр кемгә йылы һүҙ һәм наҙ табырға тырыша. Шуғалыр ҙа ауылдаштары үҙ фельдшер­ҙарын маҡтап бөтә алмай. Әлеге ваҡытта Йәсирә Камалова ауыл халҡын тыуған йылдарына ярашлы диспансерлаштырыу менән мәшғүл, башҡа мәшәҡәттәре лә баштан ашҡан.

— Йылына ике тапҡыр өй беренсә йөрөп, хужаларҙың, уларҙың бала­ла­рының һаулыҡ торошо менән бер рәттән йорт-хужалыҡтағы санитария торошон да тикшереп сығабыҙ, — ти шәфҡәт туташы. —Барыһы менән дә уртаҡ тел табам, ауылдаштар кәңәштәремә ҡолаҡ һала.

Көндәлек эшендәге ярҙам-булыш­лыҡ­тары өсөн Йәсирә Рәфҡәт ҡыҙы участка табибы Әлмирә Сөләймәноваға, башҡа һөнәрҙәштәренә, дауаханалар етәксе­легенә лә рәхмәт һүҙҙәре юллай. Ошондай алсаҡ күңелле, кешеләргә ыңғай мөнәсәбәттә булған аҡ халатлы һылыу­ҙың үҙенә лә яҡшылыҡ ҡына теләйһе ҡала.

«Әмир» мәсете – ауыл күрке

edit

Яңауыл һәм Краснокама райондарында, Нефтекама ҡалаһында һуңғы ике тиҫтә йылда әүҙемлеге менән танылыу алған, төрлө саралар үткәргәндә ҡулынан килгәнсә хәйриә ярҙамы күрһәтеп килгән эшҡыуар Артур Зариповтың туғанлыҡ тамырҙары Иҫке Артауылдан. Зарипов­тарҙың өс быуындан торған диңгеҙселәр династияһына нигеҙ һалған Әмир Әнүәр улы 1912 йылда нәҡ ошо ауылда донъяға килгән. Мәҙрәсә тамамлағас, егет әрме хеҙмәтен Тымыҡ океан флотында үтә, аҙаҡ колхозда хисапсы була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бронь буйынса тыл­да эшен дауам итә. 1942 йылда фронтҡа алынып, 1943 йылдың сентябрендә Смоленск өлкәһен дошмандан азат иткәндә батырҙарса һәләк була.

Уның улы Генрих Зарипов сирек быуаттан ашыу ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай, шуның ун йылында Тымыҡ океан флотының атом һыу аҫты кәмәләрендә яуаплы вазифалар башҡара, икенсе ранг капитаны дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға. Әммә ҡул ҡаушырып ултырмай, күп йылдар ДОСААФ-тың Краснокама район ойошмаһына етәкселек итә.

Диңгеҙсе улы һәм ейәне, әлбиттә, шул уҡ һөнәрҙе һайлай: Артур Генрих улы Зарипов Севастополдәге Юғары хәрби-диңгеҙ инженер училищеһын тамамлап, олатаһы һәм атаһы хеҙмәт иткән Тымыҡ океан флотына йүнәлтмә ала. Атом һыу аҫты кәмәһендә донъя океаны буйлап бер нисә оҙайлы походта ҡатнаша. Дәртләндереү йөҙөнән ваҡытынан алда капитан-лейтенант хәрби дәрәжәһе алып, тыныс хеҙмәткә ҡайта. Запастағы офицер, әллә ни күп уйлап тормай, халыҡҡа ҡунаҡхана сервисы һәм аш-һыу өлкәһендә хеҙмәт күрһәтеү йүнәлешендә эшҡыуарлыҡҡа тотона. Әле ул ике ҡалала һәм өс районда 150-нән ашыу эш урыны булдырған.

Генрих Әмир улының тәҡдиме менән Зариповтар 2013 йылда ата-әсәһенең төйәге Иҫке Артауылда үҙ аҡсаһына күркәм мәсет һалған. Диңгеҙселәр династияһы башында торған Әмир бабайҙың исемен алған иман йорто бынан ике йыл элек нәҡ Ураҙа ғәйете көндәрендә асылған. Ауылға сәфәрем изге Рамаҙан айында булғанлыҡтан, көн барышында мәсеттән бер нисә тапҡыр аҙан тауышын ишеттем.

Ихлас күңелле «Ихлас»тар

edit

Йыр-моңға маһирлыҡ – ғүмерлек инде ул. Ниндәй һөнәр һайлауына ҡарамаҫтан, ул кешене оҙон тормош юлында оҙатып килә. Ауылда алты йылдан ашыу уңыш­лы эшләгән «Ихлас» вокаль ансам­бле ағзаларының дөйөм фекере шундай.

— Һыйырҙы ҡул менән һауғанда бик тауышланмаһаҡ та, машина менән эшләүгә күскәс, рәхәтләнеп йырлай-йырлай ултыра башланыҡ, — тигәйне «дүрт меңенсе» Нәҡибә апай Билалова, ярым ысынлап, ярым шаяртып. – Хаҡлы ялға сыҡҡас, бигерәк тә күңелле йәшәйбеҙ.

«Ихлас» ансамбле ағзаларының бары­һы ла – йыр-моңға ғашиҡ хеҙмәт ветерандары. Етәкселәре Рифинә Әхмәтнур ҡыҙы сығышы менән Киҫәкҡайындан, Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап, дүрт тиҫтә йылға яҡын башланғыс кластарҙы уҡытҡан. Мөғәллимәнең өлгөлө хеҙмәте «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе, почет грамоталары менән билдәләнгән. Иң мөһиме – килгән еренә «таш булып төшкән» Рифинә апай ауыл халҡының бер нисә быуынының оло ихтирамын һәм хөрмәтен яулаған. Элекке уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре үҙенә рәхмәт кенә әйтеп тора, осрашҡанда хәл-әхүәл һорашып, байрамдар менән саф күңелдән тәбрикләй.

– Мин уҡытҡан балаларҙың һаны мең­дән ашып китте, — тине мәғариф ветераны. – Барыһы ла тормошта үҙ юлын тапты, йәмғиәткә файҙалы шөғөлдәре бар.

Рифинә Әхмәтнур ҡыҙы ире, 40 йылдан ашыуыраҡ механизатор булып эшләгән, баянсы Альберт Зыя улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән улдары Айҙар ауылда крәҫтиән (фермер) хужалығына етәкселек итә, килендәре Айһылыу — клуб мөдире. Икенсе улдары Алмас Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары әсәһе һөнәрен һайлаған — Өфөлә балалар баҡсаһында тәрбиәсе.

«Ихлас»тың башҡа ағзалары ла тормоштарын үҙешмәкәр сәнғәттән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Йырлап һыйыр һауған Нәҡибә апай Билалованы үрҙә телгә алғайныҡ инде. Ул күп йылдар колхозда шофер булып эшләгән ире Шамил ағай менән күңелдәренә оҡшаған һөнәр һайлап, төрлө ҡалала уңышлы хеҙмәт иткән өс ҡыҙ һәм өс улға ғүмер биргән.

Ансамблдең ҡалған ике йырсыһы, етәк­селәре кеүек, Иҫке Артауыл килен­дә­ре. Уларҙы йәш саҡтарында ауыл трактор­сылары үҙ иткән. Рәйфә апай Хужина – Янбарис ауылынан, өс бала әсәһе, ике тиҫтә йыл малдарҙы яһалма ҡасырыусы бурысын үтәгән. Роза апай Һәүбәнова – Эткенә ауылынан, 31 йыл сауҙала эшләгән.

«Ихлас» йырсылары, яҙмыш­та­рынан ҡәнәғәт булып, донъя мә­шәҡәттәренән арынған сә­ғәттәрен ҙур теләк менән сәхнәлә үткәрә. Халыҡ йырҙарын һәм төрлө быуын композиторҙарының әҫәр­ҙәрен ихлас башҡара улар. Яҡ­таштарын, яҡын-тирәләге ауыл­дар халҡын байрам һайын матур сығыштары менән ҡыуан­дыралар, йыр бәйгеләрендә бик теләп ҡатнашалар.

Яулайһы үрҙәре алда әле

edit

Ауылда ике крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Улар хаҡында һөй­ләүҙе махсус рәүештә яҙ­мамдың аҙағына ҡалдырҙым. Илдә алып барылған сәйәсәткә ярашлы, улар­ға бөгөн етди әһәмиәт бирелә, ҙур өмөт бағлана. Районда быйыл «Йәмәғәтселек хөрмә­те» тип аталған үҙенсәлекле акция ойошторолдо. Унда ҡатнашыу өсөн бар­лыҡ тар­маҡтарҙан хеҙмәт коллективтары үҙе­нең иң абруйлы вәкилдәрен тәҡдим итте. Еңеүселәрҙе хакимиәт баш­лығы рә­йеслегендәге комиссия һайлап алды, һәм улар һабантуйҙың күркәм сәхнәһендә тәбрикләнде. «Рассвет»тың етәксеһе Әлфир Ғәлимйәновтың «Ауыл халҡы өмө­тө» номинацияһында район буйынса беренсе булып танылыуын да нәҡ ошоға ишара тип ҡабул итергә кәрәктер. Әйт­кәндәй, Әлфир Әмирйән улының тәүге уңышы түгел был, ул һөнәрҙәштәре араһында күптән билдәлелек алған. Һуңғы тиҫтә йылда игенселек һәм малсылыҡ эштәренә йомғаҡ яһағанда «Рассвет» хужалығы мотлаҡ алдынғылар рәтендә телгә алына.

Төрлө кимәлдәге етәкселек ауыл фермеры хаҡында тик ыңғай фекерҙә. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер! Дыуан ауыл хужалығы техникумының зоотехниктар әҙерләү бүлексәһен, аҙаҡтан шул уҡ һөнәре буйынса ауыл хужалығы институтын тамамлаған, сик буйы ғәскәрҙәре сафында ныҡлы сынығыу алған, үрҙә әйтелгән алдынғы Чапаев исемендәге колхозда баш белгес булып эшләгән ир-уҙамандың тормош һәм эш тәжрибәһенә күптәр көнләшерлек. Быға тағы ла уның 1987 йылдың апрелендә, хәрби хеҙмәттә булғанда, ВЛКСМ-дың ХХ съезына делегат итеп һайланыуын да өҫтәһәң, ышаныслы йәшәйеше һәм уңышлы эшмәкәрлеге серҙәрен бер ни тиклем тоҫмалларға була.

Ауылдаштары өсөн ун хеҙмәт урыны булдырған «Рассвет» хужалығы малсы­лыҡты ла, игенселекте лә тотороҡло, уңышлы алып бара. Тәүлегенә уртаса 7,5 центнерға еткән юғары сифатлы һөттө ҡулланыусылар үҙҙәре алып китә. Әле мал аҙығы әҙерләү тамамлана. 200 гектар майҙанда арыш өлгөрә, арпа һәм бойҙай баҫыуҙарының да торошо һәйбәт, ти фермер.

Уңыштары әле үк һиҙелерлек булһа ла, улар тураһында киңерәк һөйләшеүҙе көҙгә, ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһау осорона ҡалдырырға тәҡдим итте Әлфир Ғәлимйәнов.

— Эштәр, ысынлап та, әлегә яйлы бара. Ҡалғанын киләсәк күрһәтер... – тине, ниндәйҙер тәрән уйҙарынан арынып.

Ҙур баҫыуҙа йәйге ҡояшта ҡыштырлап кипкән люцерна үләнен төргәктәргә йыйып йөрөгән «Беларусь» тракторы яғына хужаларса ҡараш ташланы ла, ҡәнәғәт йылмайып, атайҙарға ғына хас ғорурлыҡ менән өҫтәне:

— Минең малай Әлмир быйыл Х клас­ты тамамланы. Өсөнсө йыл тракторҙа, яҙҙан көҙгәсә баҫыу-ҡырҙарҙа, тиһәң дә була. Күп эште үҙе башҡара, ана, бесән­де лә йыйып бөтөп килә.

Ысынлап та, ялан тулы бесән төргәк­тәре ята. Тиҙҙән “Беларусь” эргәбеҙҙә туҡтаны. Үҫмер кабинанан ысын тракторсыларса һикереп төштө лә беҙҙең янға килде. «Атанан күргән – уҡ юнған» шул булалыр инде. Күрешеп танышҡас, Әлмир һорауҙарға тыйнаҡ ҡына яуап бирҙе.

— Эш көйлө бара. Уҡыу йылын яҡшы тамамланым. Аграр университеттың механика факультетына барасаҡмын. Тағы бер хыялым — әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтыу.

Спорт менән дә дуҫ икән Әлмир: еңел атлетика буйынса мәктәп командаһы менән район ярыштарында даими ҡатнаша, маҡтау ҡағыҙҙары бар. Әммә, үҙе әйтеүенсә, яулайһы үрҙәре, алыр бүләктәре алда әле. Атаһы өлгөһөндә ысын ир-егет эшенә тотонған Әлмирҙең тәүге аҙымдары ныҡлы һәм ышаныслы, ә уның беренсе һиҙелерлек уңышы күптәр көнләшерлек: һабансыларҙың былтырғы район бәйгеһендә 37 тәжрибәле тракторсы араһында ул беренсе урынды алған. Был еңеүгә яңылары ла юлдаш булһын!

Әйткәндәй...

edit

«Нисек йәшәйһең, ауыл?» рубрика­һындағы яҙманың Иҫке Артауылға арналыуы осраҡлы булды. Һәр ерҙәгесә, унан яҡшыраҡ йәки насарыраҡ, проблемалары ла булған ауылдар районда бар, әлбиттә. Төпкөлдәгеләре лә етерлек.

Район үҙәге һәм тимер юл станцияһы урынлашҡан Яңауылдан — 16, респуб­ликабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәге үҙәге һаналған Нефтекаманан — 34, ошо ике ҡаланы тоташтырған оло юлдан өс саҡрымда ғына ятҡан, йорттарына газ һәм һыу индерелгән, заманында шаулап торған ауыл бөгөн һәүетемсә генә, атамаһына ауаздаш булған уртаса тормош менән йәшәп ята. Уран ырыуы башҡорттарының вариҫтары ихласлығы һәм асыҡлығы менән күңелде арбаны. Бихисап орденлы апайҙар менән аралашыу, уларҙың хәтирәләрен тыңлау, үткәндәге данлы эштәрен байҡау бары тик ыңғай тәьҫораттар уятты. Алдан махсус киҫәтеү булмағанына иманым камил: һөйләшеү барышында хеҙмәт ветеран­дарының береһенән дә ниндәй ҙә булһа үкенеү, үткәндәрҙе һәм бөгөнгөнө хилафлау һүҙҙәре ишетмәнем. Киреһенсә, башлыса малсылыҡ тармағындағы һис тә еңел булмаған эшкә өсәр-дүртәр тиҫтә йылдарын арнаусыларҙың һәр феке­рендә оло ғорурлыҡ яңғыраны.

Иҫке Артауыл төрлө кимәлдәге етәк­селек иғтибарынан бер ҙә мәхрүм түгел. Район хакимиәте башлығы Илшат Вә­зиғәтов һәм уның ҡул аҫтында эшләү­селәр ауыл халҡының көндәлек их­тыяж­дарын яҡшы белә, килеп тыуған мәсьә­ләләрҙе үҙ ваҡытында хәл итергә тырыша.

Иҫке Артауыл ҡараған Байғужа ауыл Советы хакимиәте башлығы Зәлиф Ханов башҡарылған эштәр тураһында былай тип һөйләне:

— Ауыл зыяратының ҡоймаһы халыҡ иҫәбенә тотошлайы менән тимер селтәргә алмаштырылды. Хаҡлы ялдағы Рәфил Мозафаров үҙ аҡсаһына тимерҙән сүкелгән ҡапҡа ҡуйҙы. Башҡа биш ауыл менән бер рәттән Иҫке Артауылда ла урамдар яҡтыртыла, уларҙың береһенә юл фонды иҫәбенә ҡырсынташ түшәлде.

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе күптән түгел ғәмәлгә ашыра башлаған «Реаль эштәр” проекты ла ауылдарҙы төҙөк­ләндереү йәһәтенән ниндәйҙер кимәлдә этәргес буласағын да телгә алды урындағы хакимиәт башлығы. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың инициативаһы ла мөһим булып ҡала.

Ансар Нуретдинов.

Яңауыл районы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.