Троллейбуста(шиғыр). Тамара Ғәниева

Троллейбуста ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Троллейбуста


Троллейбусҡа ултырҙы ла
Кинога китте Әнғәм.
Ҡуян кеүек боҫоп барҙы,
Билет алды бар әҙәм.
Көтмәгәндә туҡталышта
Контролер килеп инде.
— Егет кеше, ҡайҙа әле,
Күрһәт,— ти,— билетыңды.
Аптырап ҡалмай Әнғәм дә,
Билет һуҙа ағайға.
— Туҡта әле, ҡустым, билетың
Трамвайҙыҡы ла баһа.
— Булмаҫ,— ти Әнғәм тотлоғоп,
Үҙе уйлай: «Яндым бит!» —
Мин уны ошо троллейбус;
Иҙәненән алдым бит!
 
 


1993 йыл