Тулған Айым минең, тулған Айым,
Ер тирәләй һәр көн, һәр төн һайын,
Әйләнәһең, әйләнәһең һаман,
Ҡауышырға һис табалмай яйың.
Яҡыная алмай бер булаһың,
Ерҙең ғорурлығын ҡыя алмай,
Татлы төш күргәндә,
Ер йөҙөнә,
Ер битенә ҡарап туя алмай.
Таң керпеген асып, Ҡояш баҡҡас,
Йәшеренеп офоҡ шаршауына,
Сит-ят күҙгә күренмәйсә генә,
Текләйһең бит барыбер ҙә Ер шарына.
Тулған Айым минең, тулған Айым,
Ҡыйырсыҡтай ғына ҡалғанда ла,
Һин тоғроһоң өнһөҙ мөхәббәткә,
Йыһан аша быуат ауғанда ла.
Һинең тоғролоҡтан, һөйөүеңдән,
Ғашиҡтарҙың төнө тулған Айлы,
Ә күңелдәр шуға ун һигеҙҙә –
Өмөт уты балҡый һәр төн һайын…
Тулған Айым минең, тулған Айым!