Турыҡай(хикәйә). Сәғит Агиш

Турыҡай (хикәйә )
автор Сәғит Агиш
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Турыҡай


 Ҡара нөктәләр күренде. Турыҡай, ҡолаҡтарын торғоҙоп, шул яҡҡа ҡарай башланы. Бүреләр икән. Береһе алдан килә. Уның артынан тағы дүртәү күренә. Бейәләр ҡолондарҙы уртаға алдылар ҙа бүреләрҙең яҡынлашҡанын көтә башланылар. Турыҡай, уҡ һымаҡ атылып, уларға ҡаршы сапты. Уның аяҡ аҫтынан үләндәр һауаға остолар. Турыҡай бүреләр янына барып етте. Алдан килгән ҡарт бүрене елкәһенән тешләп ырғытты. Икенсе бүре Турыҡайҙың ҡойроғона йәбешмәксе булғайны, Турыҡай һиҙеп ҡалды. Артҡы аяҡтары менән бик ҡаты тондорҙо, бүре йығылып китте. Турыҡай ошо арала бер нисә бүренең елкәһенән алып ырғытырға һәм тояҡтары менән яңаҡтарына тибергә өлгөрҙө. Бүреләр тағы Турыҡайға ташланмаҡсы булдылар. Быныһы ла уңышһыҙ сыҡты. Турыҡай берәүһенең ҡойроғон өҙөп алды. Ҡойроҡло дүрт, ҡойроҡһоҙ бер бүре килгән яҡтарына кире саптылар.
 


1988 йыл