- ТУҒАН ТЕЛ
- И туған тел, и матур тел,
- атам-әсәмдең теле!..
- Туҡай
- Мин халҡымдың сәскә күңеленән
- Бал ҡортондай ынйы йыямын,
- Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
- Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
- Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
- Бер телдән дә телем кәм түгел —
- Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
- Кәм күрер тик уны кәм күңел!..
- Халҡым теле — миңә хаҡлыҡ теле,
- Унан башҡа минең илем юҡ;
- Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
- Илe юҡтың ғына теле юҡ!
- Әсәм теле миңә — сәсән теле,
- Унан башҡа минең халҡым юҡ,
- Йөрәгендә халҡы булмағандың
- Кеше булырға ла хаҡы юҡ!