Туҙғанаҡтар. Гүзәл Ситдиҡова

Туҙғанаҡтар


Алтын тәңкәләр шикелле
Биҙәп өй алдын
Бүләк итеп тора яҙын
Ҡояшлы наҙын

Туҙғанаҡтар -
өрпөй башлы
Салланған сәскә,
Йәй эсендә етеп ҡуйған
Ул оло йәшкә.

Сал башында аҡ сатырҙар
Осорға әҙер,
...Ҡарт хәтерҙәй, туҙғып китә
Ел иҫһә хәҙер.

Орлоҡтары һайлап тормай
Ҡайҙа төшөргә,
Шарты килһә, әле генә
Әҙер үҫергә.

Халҡым хәтере орлоғон
Сәсәм елдәргә.
Әйләнһен тим берәй ваҡыт
Сағыу гөлдәргә.


2014