Тынма, ямғыр!

Тынма, ямғыр! (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1988.. Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (66-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


Тынма, ямғыр!


Тынма, ямғыр, болоттарҙы
Таратырлыҡ елдәр юҡ.
Рәнйетелгән күңелемде
Йыуатырлыҡ телдәр юҡ.
Тынма, ямғыр, ғашиҡтарҙың
Сәстәренән иркәлә,
Аяҙ хистәремде сылат
Болоҡһоу бер иртәлә.
Тынма, ямғыр, әрләһендәр
Яуған өсөн туҡтамай,
Күңелемдең болоттарын
Таратыр ел юҡ һаман.
Тынма, ямғыр, икәүләшеп,
Серләшәйек тын ғына.
Күңелдәрҙә ҡалһын һөйөү,
Ҡалһын бары йыр ғына…



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.