Түңгәк. Фирүзә Абдуллина.


Түңгәк. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1982.. Нәшер ителгән: 22.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


            “Ләкин кеше бейек тауға түгел
             Түңгәккә шул килеп абына.”
                               Н.Нәжми.

Юлдарымда һине осраттым да,
Ҡарашыңдан дөрләп ҡабындым,
Һөйөүемде һиңә бүләк иттем,
Аллам кеүек күреп табындым…

Хистәремдең иң сафтарын һиңә,
Бары һиңә генә биргәнмен.
...Тик булмаған ошо мөхәббәтте
Үҙем уйлап тапҡан икәнмен.

Тапҡанмын да, һиңә табынғанмын,
Юлдарымда юлдаш иткәнмен.
Ә һин...
         Тигеҙ юлдың уртаһында
Ҡалҡып торған түңгәк икәнһең!