Түңәрәк таба эсендә - Түңәрәк ҡоймаҡ, Түңәрәк өҫтәл өҫтөндә - Түңәрәк йомғаҡ. Түңәрәктә туп-туп итә Түп-түңәрәк туп, Түп-түңәрәк күк йөҙөндә Түп-түңәрәк ут. Ҡояш тиҙәр утлы тупты, Ул бик тә кәрәк, Ҡоймаҡ, йомғаҡ, туп, ҡояш бар - Донъям түңәрәк.