Тәлгәш. Тамара Искәндәриә

Тәлгәш (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Тәлгәш


Татлы тәлгәш ине
Был йәнем.
Аҫыл кәңәш ине
Был йәнем.

Һин йәнемде минең
Урланың.
Урлап, үҙ-үҙеңде
Ҙурланың.

Ҙурайҙың да
Ғауам алдында
Һуҙылдың ят,
Ялған алтынға.

Ҡулдарыңда–
Тәлгәш тирелгән:
Унда тертләй
Һаман
Минең йән!