Тәмлекәй(шиғыр). Тамара Ғәниева

Тәмлекәй ( шиғыр )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Тәмлекәй


 Фәнил килеп ингән саҡта,
 Фәриҙәне өләсәй
 Һөйә-Һөйә әйтеп ҡуйҙы:
 «Бигерәк инде тәмлекәй!»
 Тәмле һүҙен ишеткәс тә,
 Шып туҡтаны малайың:
 «Тәмле булғас, ҡайҙа мин дә
 Ялап ҡына ҡарайым!»

 


1993 йыл