Тәпке(шиғыр).Гүзәл Ғәлиева

Тәпке(шиғыр).Гүзәл Ғәлиева (Шиғыр )
автор Гүзә Ғәлиева
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Тәпке


 Олатайым тәпке эшләй
 Бәләкәй генә итеп,
 Уның оҫта ҡулдарына
 Ҡарайым иҫем китеп.
Йөҙөн дә үткерләп алһаҡ,
 Тәпкебеҙ була әҙер.
 Баҡсала ҡый үләненең
 Кәрәген бирәм хәҙер!


1996 йыл