Иртән торғас та китәләр Атай-әсәйем эшкә. Кескәйҙәрҙе тәрбиәләү Төшә минең өлөшкә. Атай булып уҫалланып, Әсәй булып иркәләп, Яратып та алғылайым, Ҡай саҡта алам әрләп. Зыҡ ҡубып уйнап алабыҙ, Зыу килеп илашабыҙ. Атай-әсәй ҡайтыуына Һин дә мин ярашабыҙ. Атай-әсәйем шатлана Мин бар булғаныма. Юҡһа, кем күҙ-ҡолаҡ булыр Игеҙәк туғаныма?