Тәүге ҡар(хикәйә). Йыһат Солтанов

Тәүге ҡар (хикәйә )
автор Йыһат Солтанов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Тәүге ҡар


 
 Бөгөн әсәйем мине иртәнсәк:
— Тор, улым, тор, тышта ҡар яуған! — тип уятты.
Һикереп тороп кейендем дә урамға сығып киттем. Их, ниндәй матур! Бөтә донъя ап-аҡ! Күк йөҙө сып-сыбар. Тере күбәләктәр кеүек елпенеп, ябалаҡлап ҡар яуа. Ерҙе, түбәләрҙе, ағас баштарын аҡ мамыҡтай йомшаҡ ҡар ҡаплаған. Һауа саф, ел дә юҡ, тыныс. Иркенләп тын алаһың.
Бына үрҙә, аҡ күбәләктәр араһында, ҡара төрткөләр күренде. Турғайҙар икән! Улар ҙа, ҡар яуғанға шатланып, сырҡылдашып осалар, аҡ күбәләктәр менән уйнайҙар. Урам аша һикерә- һикерә ҡара бесәй йүгерҙе. Ул да аҡ күбәләктәрҙе күрергә сыҡҡандыр. Аҡ күбәләктәр бесәйҙе лә сыбарланылар. Минең өҫтөмә лә ябалаҡ шаян ҡарҙар яуа. Бүркемә, бишмәтемә һырый. Мин дә аҡ бабай булдым хәҙер. Миңә күңелле, рәхәт.
Урамдан, санаға ҡырын ятып, буран туҙҙырып, Ғәли ағай уҙып китте. Артынан ике оҙон юл һуҙылып ҡалды.
Оҙаҡламай беҙ ҙә саңғыла шыуырбыҙ. Ҡар тауы өйөп, санала һырғалаҡ эйербеҙ.


1988 йыл