Төлкө, ҡуян һәм әтәс(әкиәт). Башҡорт халыҡ ижады

Төлкө, ҡуян һәм әтәс (әкиәт)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Төлкө, ҡуян һәм әтәс


  Бер урманда ҡуян менән төлкө йәшәгән. Төлкө үҙенең өйөн боҙҙан, ҡуян ҡабыҡтан ҡорған. Яҙ булғас, төлкөнөң өйө ирегән дә бөткән. Өшөй башлағас, төлкө ҡуянға йылынырға индереүен үтенгән. Ҡуян төлкөгә өйөнә инергә рөхсәт иткән. Күп тә үтмәй, төлкө ҡуянды өйөнән ҡыуып сығарған. Ҡуян илай-илай сығып киткән. Уға көҙән осраған.
— Ҡуянҡайым, ниңә илайһың? — тигән көҙән.
— Нисек иламайһың! Минең өйөм — ҡабыҡтан, ә төлкөнөң өйө боҙҙан һалынғайны. Уның өйө ирене. Төлкө йылынып сығырға рөхсәт һораны, һуңынан мине ҡыуып сығарҙы, — тигән.
— Илама, ҡуянҡай, — тигән көҙән, — мин уны ҡыуып сығарырмын.
Улар ҡабыҡ өйгә килеп еткәндәр. Көҙән тырылдарға тотонған:
— Мейес башынан төш, төлкө, өйҙән сығып кит, төлкө!
Төлкө мейес башынан ғына:
— Сығырмын! Сыҡһам, башың-күҙең ҡан булыр! — тигән. Көҙән төлкөнән ҡурҡып ҡасып киткән.
Ҡуян илай-илай китеп барһа, эт осраған:
— Ҡуянҡайым, ниңә илайһың?
- Нисек иламайһың?Минең өйөм-ҡабыҡтан, ә төлкөнөң өйө боҙҙан һалынғайны. Уның өйө ирене. Төлкө йылынып сығырға рөхсәт һораны, һуңынан мине ҡыуып сығарҙы, — тигән.
— Илама, ҡуянҡайым, — тигән эт, — мин уны ҡыуып сығарырмын.
Улар өйгә килгәндәр. Эт өрөргә тотонған:
— Мейес башынан төш, төлкө. Кеше өйөндә рәхәтләнеп ятма, сығып кит! — тигән.
Төлкө мейес башынан ғына:
— Сыҡһам, башың-күҙең ҡан булыр! — тигән. Эт төлкөнөң был һүҙҙәренән ҡурҡып ҡасып киткән. Бер аҙҙан ҡуянға айыу осраған. Ҡуян уға үҙ хәлен һөйләп биргән.
— Әйҙә, киттек, мин уны өйөңдән ҡыуып сығарырмын, — тигән айыу.
— Юҡ, ҡыуа алмаҫһың. Көҙән дә, эт тә ҡыуып сығара алманы.
— Юҡ, ҡыуырмын, — тигән айыу. Айыу менән ҡуян ҡабыҡ өйгә килеп еткәндәр.
— Төлкө, өйҙән сығып кит, — тигән айыу.
— Сығырмын! Сыҡһам, башың-күҙең ҡан булыр! — тигән төлкө.
Айыу бик ныҡ ҡурҡҡан да ҡасып киткән.
Бер аҙҙан ҡуянға әтәс осраған. Ул ҡулына салғы тотҡан, ти. 
— Кикри-күк, ҡуянҡайым, ниңә илайһың?
— Нисек иламайһың! Мин өйөмдө — ҡабыҡтан, төлкө боҙҙан һалғайны. Уның өйө ирене. Төлкө миңә йылынып сығырға инде. Һуңынан мине ҡыуып сығарҙы, — тигән ҡуян.
— Әйҙә, киттек, мин уны өйөңдән ҡыуып сығарырмын, — тигән әтәс.
— Юҡ, ҡыуа алмаҫһың. Көҙән дә, эт тә, айыуҙа ҡыуып сығара алманы.
— Юҡ, ҡыуырмын, — тигән әтәс. Ҡуяндың өйөнә барып еткәндәр.
— Кикри-күк! Елкәмдә салғым бар, төлкөнө сабып үлтерәм. Әйҙә, төлкө, тиҙерәк ҡас! — тигән әтәс. Төлкө, быны ишеткәс, бик ҡурҡҡан.
— Хәҙер кейенәм... — тигән.
Әтәс үҙенең йырын тағы ла йырлап ебәргән:
— Кикри-күк! Елкәмдә салғым бар, төлкөнө сабып үлтерәм. Әйҙә, төлкө, тиҙерәк сыҡ!
Төлкө өйҙән сығып ҡасҡан. Әтәс менән ҡуян ҡабыҡ өйҙә бергә йәшәй башлағандар. Әле лә булһа торалар, ти.

 


1988 йыл