Төлкө менән егет (әкиәт)

Төлкө менән егет


Борон-борон заманда бер егет булған, ти. Ул ғүмере буйына урманда, ҡуян атып, ҡуян ите ашап, ҡуян тиреһенән ҡыуыш ҡороп йәшәгән. Хатта кейгән кейеменә тиклем ҡуян тиреһенән тегелгән, ти.

Бер заман уның янына төлкө килеп:

— һин атып тотһаң, мин ҡыуып тотормон, әйҙә бергә торайыҡ,— тигән. Шул көндән алып егет менән төлкө бергә көн күрә башлағандар. Егеттең яңғыҙлығы төлкөгә бер ҙә оҡшамаған.

— һин өйлән, мин һиңә бер байҙың ҡыҙын яусылайым,— тигән ул. Егет быға риза булғас, төлкө бер ауылдың байына ҡоҙа булып бара. Бай:

— Кемдән? — тип һорағас, төлкө:

— Урманбайҙан,— тип яуап ҡайтарған.

— Бер ҙә таныш кеше түгел бит әле,— тигән бай.

Төлкө улай итеп-былай итеп байҙы күндерҙе, ти. Байҙы күндергәс, төлкө егет янына ҡайта ла икәүләшеп юлға сығалар. Бер йылғаға барып еткәс, төлкө, хәйлә ҡороп, егетте шунда көтөп торорға ҡуша. Ә үҙе байға барып:

— Тауҙан төшкәндә атыбыҙ алып ҡасып, егетебеҙҙе ҡанға батырҙы, бөтә кейемдәре йыртылып бөттө. Кейеп торорлоҡ кейем менән һабын бирегеҙ,— тине, ти. Бай уға иҫке генә кейем биргән.

— Был кейемде кейеү түгел, тотоп та ҡарамаясаҡ,— тигән төлкө. — Бай яҡшы буҫтауҙан тегелгән кейем биргән. Төлкө егет янына барған. Егет, йыуынып, яңы кейемдәрен кейгәс, бай йортона килделәр, ти, былар. Егетте атаһы ла, ҡыҙы ла бик оҡшаттылар, ти. Аш яраштыра 'һалып, аш ултырттылар, ти. Аш янында егет, кейеменең матурлығына иҫе китеп, гел генә шуға ҡарап ултыра икән. Бай быны күҙәтеп ултырған-ултырған да: «Егет кейемгә риза түгел, ахыры»,— тип, уға өр-яңынан кейем тектереп биргән. Төлкө әйткәс кенә, егет гел кейеменә генә ҡарап ултырыуҙан тыйылды, ти. Шунда ла әлдән-әле ҡарап ала, ти.

Ҡайны йортонда өс көн ҡунаҡ булғас, егет ҡыҙҙы ла, ҡыҙҙың атаһы менән әсәһен дә ҡунаҡҡа алып ҡайтырға юлға сыҡты, ти. Төлкө быларҙан алда сабып бара, ти, юлда осраған бер көтөүсегә: «Урманбайҙың көтөүе тип әйтегеҙ»,— тип ҡушып бара, ти. Югереп бара торғас, төлкө урман эсендә ултырған үҙе бик ҙур, үҙе бик матур бер ой табып алды ла, шунда барып инде, ти. Барып инһә, ҡартайып бөткән әбей менән ҡыҙы ғына торалар, ти. Төлкө юлда осратҡан көтөүҙәр ҙә ошо әбейҙең көтөүҙәре булған икән. Төлкө әбей менән ҡыҙға әште һәйбәтләп аңлатып бирҙе, ти. Әбей менән ҡыҙ әйберҙәрен егеткә биреп тороп, үҙҙәре урманға сығып киттеләр, ти. Шул арала төлкөнөң ҡойроғон күрә килгән байҙар ҙа килеп төштө, ти. Йортто күргәс, бай эсенән генә: «Был кейәү бик бай кеше булып сыҡты лаһа. Уның йорто минекенә һис сағыштырғыһыҙ. Байлығымдың яртыһын бирмәксе инем. Ҡыҙым бик бәхетле булды былай булғас»,— тип уйлап алды, ти.

Ҡыҙҙың ата-әсәһе .өс көн ҡунаҡ булғас, ҡыҙҙы егеткә ҡалдырып, ҡайтып киттеләр, ти. Егет, кәләше, төлкө өсәүләшеп йәшәп ҡалдылар, ти. Бер аҙ йәшәгәс, төлкө:

— Инде минең үлер ваҡытым етеп килә. Мин үлгәс, мине ҡойма артына ташламаҫһың, ә һике аҫтына күмерһең,— тине, ти. Күп тә үтмәй егет, төлкөнөң үлеп ятҡанын күреп, үләкһәне ҡойма артына быраҡтырҙы, ти. Төлкө егетте һынамаҡ өсөн генә үлгән икән. Ул егет янына килгән дә:

— һине әҙәм иткән мин, кәләш алып биргән мин, йорт табып, һине оятыңдан ҡотҡарған мин. Шулай ҙа ҡәҙеремде белмәнең,— тип, егетте кәләше менән өйҙән ҡыуҙы ла сығарҙы, ти.

Егет кәләше менән ҡуян ҡыуышына ҡайтып китте, ти, ә төлкө урманда йәшәгән теге әбей менән ҡыҙҙы үҙ өйҙәренә эҙләп алып ҡайтты ла үҙе урманда йәшәргә булды, ти.