Төн күбәләге

Күмер батыр
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013.


Әкиәт


Ҡарауылда торған бал ҡорто умарта кейәһе аҫтында ғына нимәлер ҡыштырҙағанға ҡаяуын әҙерләп, йүгерә – оса барып етте.

-Кем бар унда, беҙҙең балды урларға килдеңме, хәҙер мин һине сағып үлтерәм,- тине ул көр тауыш менән.

-Уй, нәҙекәй бил, саға күрмә. Мин һеҙҙең балығыҙҙы урларға килмәнем. Мин ҡояштан ышыҡланырға килдем.

-Ярай, улайһа тора бир. Тик, ҡара уны, кейәгә яҡын килеү менән һине сағып үлтерәсәкмен!

Күбәләк тын ғына тороуын дауам итте. Сөнки уға ҡояштан ышыҡланыр өсөн ҡайҙа ла йәшенергә кәрәк. Ояла ул ҡояштан. Ул да башҡа күбәләктәр кеүек көн битендә аллы – гөллө сәскәгә күмелгән болон -аҡланда гиҙә ине, төрлө – төрлө сәскәләрҙең һуттарын эсеп кинәнә торғайны. Ни эшләһен, үҙе ғәйепле булғас. Матур, ҡыҙылға зәңгәр, һары биҙәктәр төшкән күлдәген дә ҡояш апаһы тыуған көнөнә бүләк иткән булһа ла кире тартып алды.

Ғәйебе ҙур ине шул күбәләктең. Ҡояш апаһының яңы ғына бәйләгән, тәбиғәткә яҙ шатлығы килтерә торған йылы шәленә йомортҡа һалып бала сығарғайны. Йылы, йомшаҡ урын йәнәһе. Балаларының ни менән туҡланыуын уйлап еткермәгән икән шул.

Әле лә ошо умарта эсенә кереп, йомортҡа һалырға тип килгәйне. Тик һиҙгер бал ҡорто һиҙеп ҡалды шул.