Төш. Гүзәл Ситдиҡова.

Төш

Төш


Төштәреңә һинең ингәнмен:
Туй күлдәге, имеш, кейгәнмен,
Шау сәскәле сағы яҙҙарҙың
Бүләк иткән туйға бар йәмен.

«Саҡырманың, - тинең, - туйыңа,
Алманың да хатта уйыңа,
Ә туйыңда яңғыҙ инең бит -
Бер үҙеңә табын йыйылған.»

... Һәр кем яңғыҙ.
Тормош туйында
Тик һәр кемгә урын тәғәйен:
Осрашҡанбыҙ икән - сере бар,
Осраҡлылыҡ түгел, моғайын.

Айырмаһын белер инекме
Күрмәйенсә яҡшы-шаҡшыны;
Яза-ҡаза ала тормаһаҡ,
Йәшәмәҫ инекме шашынып?!

Осраштырмай икән был яҙмыш
Хәйерлелер бәлки аймылыш -
Аҙаштырған күпме кешене
Барған юлдан ситкә ҡаймылыш.

Юранымсы төшөң яҡшыға:
Ишһеҙ булһам да мин табында,
Яңғыҙлыҡта яңғыҙ түгелмен -
Хаҡ Тәғәлә һәр саҡ янымда.