Көҙ. Һуҡмаҡ буйлап терпе килә. Аяҡ аҫтында япраҡ ҡыштырлай. Урман тыныс. Уҫаҡ янында терпе туҡтап ҡалды. Ерҙә япраҡтар туҙып ята. Ҡып-ҡыҙыл, һап- һары булып улар уттай балҡый.
— Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле, туйғансы уйнар, — тип уйланы терпе. Бер нисә япраҡты тиҙ генә сәнсеп алды. Аҡ ҡайын янынан үткәндә һап-һары япраҡтар күрҙе. Уларын да энәгә ҡаҙаны.
Күрһәгеҙ ине һеҙ терпене! Төрлө япраҡ күтәреп, терпе килә. Ҡыҙылы ла, һарыһы ла, йәшеле лә, көрәне лә бар. Әйтерһең, терпе бәләкәс ҡыҙына йәйғор алып ҡайтып килә.