Уйнап алайыҡ әле(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

Уйнап алайыҡ әле (Шиғыр)
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Уйнап алайыҡ әле


 Тик ултырыу күңелһеҙ бит,
 Уйын уйнап алайыҡ.
 Башты бер аҙ эшләттереп,
 Әйҙә уйлап ҡарайыҡ.
 Бер һүҙ әйтәм, һин шунда уҡ
 Һүҙ киреһен уйлап тап.
 Мин әйтәмен: «Сит ерҙәр»,—тип,
 Һин әйтәһең: «Тыуған яҡ».
 Мин әйтәмен: «Ул ҡурҡаҡ»,—тип,
 Һин әйтәһең: «Юҡ, батыр!»
 Мин әйтәмен: «Юл һикәлтә»,
 Һин әйтәһең: «Юҡ — таҡыр»,
 Мин: «Аҡ»,—тип бәхәсләшәмен,
 Һин әйтәһең: «Юҡ, ҡара».
 Хәҙер мин аҙағын әйтәм,
 Һин әйҙә башлап ҡара.


1996 йыл