Уйнаһын ҡурайҡайым!

Уйнаһын ҡурайҡайым! (шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1990 йыл. Нәшер ителгән: 1997 йыл. Сығанаҡ: Көмөш йөҙөк: шиғырҙар йыйынтығы.– Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1997.– 320 бит.(166-сы бит) ISBN 5-292-02278-1


УЙНАҺЫН ҠУРАЙҠАЙЫМ!


Урманым бар, булғаным бар
Хистәрем ҡосағында,
Һалҡын ялҡын эскәнем бар
Шишмәләр усағынан...

Хыялымда Ерҙе ташлап
Йондоҙға осҡанымда
Һағышымдан йондоҙ иреп
Яуҙы Ергә ямғыр, ҡар...

Йыр саҡыра, моң саҡыра,
Тимәк мин әле тере!
Күктә ҡанаттарым тала –
Утрауым башҡорт ере!

Ер шарында тик бер генә
Ҡәҙерле халҡым минең,
Уйнаһын ғына ҡурайым,
Тынмаһын туған телем!





This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.
Permission is granted to copy, distribute and/or modify this document under the terms of the GNU Free Documentation License, Version 1.2 or any later version published by the Free Software Foundation; with no Invariant Sections, no Front-Cover Texts, and no Back-Cover Texts. A copy of the license is included in the section entitled GNU Free Documentation License.